+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Август 2019, 11:42

Йәйге ялды — «Орленок»та

1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусыһы Арслан Сафин өсөн йәйге каникул осоро айырыуса иҫтәлекле булды: уға «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә ял итеү бәхете тейҙе.

1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусыһы Арслан Сафин өсөн йәйге каникул осоро айырыуса иҫтәлекле булды: уға «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә ял итеү бәхете тейҙе.
Яҡшы уҡыған Арслан мәктәптә үткәрелгән сараларҙа ла, кластан тыш ойошторолған эштәрҙә лә әүҙемлеге менән айырылып тора. Малай бигерәк тә М. К. Махиянова етәкселегендәге «Мәктәп урмансылығы» түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә. Был түңәрәккә йөрөгән балалар ағас ултыртыу акцияларында, өмәләрҙә, бәләкәй кластар менән осрашыуҙарҙа, ошо юҫыҡта ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашалар. Арслан хатта республика съезына ла барған.
Рәсәй Урман хужалығы балалар араһында ойошторған конкурста күптәр ҡатнашһа ла, Башҡортостандан өс бала, шул иҫәптән Арслан еңеүсе тип табыла. Еңеүселәр Урман хужалығыны һәм РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы тарафынан ойошторолған «Подрост» смена программаһы буйынса «Орленок” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юллама менән бүләкләнә.
— Диңгеҙ ярында ғына урынлашҡан «Орленок»тың «Олимпийский спорт» лагерында урынлаштырҙылар. Әлбиттә, диңгеҙ, беҙҙә үҫмәгән, осрамаған ағас-үҫемлектәр донъяһы шунда уҡ үҙенә йәлеп итте, — тип башланы сәфәре тураһында бәйән итеүҙе Арслан.
Орленок менән таныштырыу маҡсатында балаларға үҙәк буйлап экскурсиялар ойошторғандар: урындағы музейҙарҙа булғандар, диңгеҙҙә һыу ингәндәр, ә кистәрен урманда усаҡ янында йыйылып, күңелле йырҙар йырлағандар..
— Беҙ шөғөлләнгән бөтә нәмә тәбиғи-фәнни йүнәлешле ине, йәғни урмандар, тәбиғәт, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларын тикшерҙек. Урманға походҡа барыуға әҙерләнеү айырыуса иҫтә ҡалды: беҙҙе усаҡты дөрөҫ итеп яғырға, палаткалар ҡуйырға, баҫыу шарттарында тәүге ярҙам күрһәтергә, һыуҙы фильтр аша үткәрергә, урманда үҙең булған урынды билдәләргә һәм походта кәрәкле башҡа күп нәмәләргә өйрәттеләр. Әлбиттә, походта тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ булды: Краснодар өлкәһенең мөғжизәле урындарын күрҙек, саф һауаһын кинәнеп һуланыҡ, тау башынан сикһеҙ-ҡырыйһыҙ диңгеҙҙе күҙәттек. Ял итеү менән бер рәттән, үҫемлектәрҙең, ҡоштарҙың төрөн билдәләнек, артабан өйрәнеү өсөн тубырсыҡтар, япраҡтар һәм сәскәләр йыйҙыҡ, — тип дауам итә А. Сафин. — Икенсе аҙнала эко-лабораторияларҙа һәм эко-студияларҙа дәрестәр үткәрелде. Миндә «Ылыҫлы маршрут» эко-лабораторияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, унда «Орленок»тың ағастарын һәм ҡыуаҡлыҡтарын өйрәнергә мөмикн ине. «Орленок»тың үҫемлек донъяһы айырыуса бай, шуға ла дәрестәр мауыҡтырғыс үтте. Бында шулай уҡ ағастарҙың ауырыуҙары, уларға зыян килтергән ҡоротҡостар, уларға ҡаршы көрәшеү алымдары ағастарҙың йәшен, күләмен һанын билдәләргә лә өйрәндек.
Арслан әйтеүенсә, урман янғынан һүндереүселәр көнө айырыуса иҫтәлекле итеп ойошторолған. Был көндө федераль авиаурман һаҡлау белгестәре иклеп, оҫталыҡ дәрестәре үткәргән Һуңынан был тәңгәлдәге белемдәрен балалар «Урман ҡаршылыҡтары» спорт эстафетаһында ҡулланғандар.
Ә өсөнсө аҙнала инде балалар диңгеҙ буйында үткәргән.
Һуңғы көндә йомғаҡ яһалған: сменаның ябылыу тантанаһында РФ Урман хужалығы вәкиле Владимир Дмитриев сығыш яһаған.
— Лагерҙа булғанда һәр сарала әүҙем ҡатнашҡаным һәм «Ылыҫлы маршрут» эко-лабораторияһындағы эшем өсөн диплом һәм грамота менән бүләкләнеүем минең өсөн көтөлмәгән хәл булды, — тип ҡыуанысын йәшермәй Арслан Сафин.
Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: