+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 13:48

Ул һалған йорттарҙың ҡото бар

Йорттар төҙөп, кешене торлаҡлы итеү, яңы өй ишеген асып ингәндәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашыуҙан да ҙурыраҡ шатлыҡ-һөйөнөс юҡтыр ул.

Йорттар төҙөп, кешене торлаҡлы итеү, яңы өй ишеген асып ингәндәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашыуҙан да ҙурыраҡ шатлыҡ-һөйөнөс юҡтыр ул. Кәрәкле, шәп һөнәргә эйә булыусы төҙөүселәрҙең береһе тураһында бөгөнгө һүҙем.

Райондың төҙөлөш тармағында тәжрибәле, олпат төҙөүселәрҙең береһе булған Сабир Ғилманов үҙ ғүмерендә нисә йорт һалды икән? Төҙөгән өйҙәренең хисабын үҙе лә әйтә алманы. Уның шәхси предприятиеһы социаль программалар буйынса торлаҡ төҙөү йүнәлешендә эшләй.

Өй һалыу еңелдән булмағанлығын был эште үҙ иңендә күтәргәндәр генә аңлайҙыр. Юҡҡа ғына «өй ҙә өй» тимәгәндәр. Ә Сабир Таштимер улына билдәле ваҡыт эсендә — ярты йыл тирәһендә бер нисә йортто сафҡа индерергә кәрәк. Ике фатирлы йорттар, айырым өйҙәр төҙөүгә өҫтөнлөк бирә ул. Барыһында ла оҫта төҙөүсенең ҡулы һиҙелә: проекттарын да уйлап табып һыҙа, заманса ныҡлы материалдар ҡуллана, өй йылы, уңайлы булһын өсөн тырыша. Төҙөлөш предприятиеһында оҙаҡ ваҡыт эшләүселәр — етәксенең төп ярҙамсылары. Мәҫәлән, ағалы-ҡустылы Марат Баһауетдинов менән Азат Каминов бар эшкә лә маһир. Төҙөлөштә талап ителгән барлыҡ һөнәрҙәрҙе үҙләштереп, нигеҙ һалыуҙан башлап өйҙө күтәреү, ҡыйығын ябыу, эстән-тыштан көпләү, тәҙрә ҡуйыу, уңайлыҡтар булдырыуға тиклем бөтәһен дә үҙҙәре атҡара. Әлеге ваҡытта уңған егеттәр Көнсығыш-2 биҫтәһендә ике фатирлы йортто көпләү менән мәшғүл. Март айында ғына ҡола ялан урында һанаулы көндәр эсендә ҙур, күркәм йорт хасил булыуы ғәжәп-ләнерлек. Торлаҡты август аҙағына тиклем тамамларға кәрәк, шуға оҫталар йәйге оҙон көндө файҙаланып, йылдам эшләй.

Икеһе ярыш урынлашҡан ҡупшы өйҙәрҙә тышҡы эштәр тамамланған, эске биҙәү эштәре ҡалған. Бында апайлы-һеңлеле Хәлимә Булатова менән Әснә Кулинчик обой йәбештерә. Ҙур, яҡты зал һәм аш бүлмәләрендә эште бөтөп, өйгә ингән урынды обойлап йөрөйҙәр ине. Апайҙарҙың ҡулында эш уйнап тора. Хәлимә Шәрифйән ҡыҙы 18 йәшенән төҙөлөштә эшләгән, Магнитогорск ҡалаһында ҡатлы йорттар күтәреүҙә ҡатнашҡан. Сабир Таштимер улы оҫталарҙан ҡәнәғәт. «Тиҙ һәм сифатлы эшләйҙәр», — ти.

Төҙөлөш предприятиеһы етәксеһе бөтә документация эштәрен алып бара, материалдар менән өҙөклөктәр булмаһын өсөн уларҙы ваҡытында ҡайтарыуҙы хәстәрләй, коммуникация эштәрен йүнләй. Ул һалған йорттарҙа ғаи-ләләр бәхетле, матур тормош кисерһен өсөн бар тәжрибәһен, тырышлығын һала. Оҙайлы, намыҫлы хеҙмәте район, республика наградалары менән билдәләнгән. Уҙған йылда Төҙөүселәр көнө айҡанлы Сабир Таштимер улына Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты Почет грамотаһы тапшырылды.

— Үҙемдең шәхси эшем итеп тап төҙөлөш тармағын һайлауыма үкенмәйем. Был өлкә тәүәккәл, ҡыйыуҙарҙы ғына ярата. Шуға райондың байтаҡ тәжрибәгә эйә төҙөүселәре артынан йәштәрҙең үҫеп килеүе ҡыуаныслы, — ти Сабир Таштимер улы. — Төҙөү, нимәлер булдырыу бик изге эш. Тик маҡсатыңдан, һайлаған юлыңдан тайпылмаҫҡа ғына кәрәк.

Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай С. Ғилманов. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡармаҫтан, район тормошонда әүҙем ҡатнашырға, депутат булырға, төрлө сараларҙа бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтергә өлгөрә. Тормош юлдашы Флүрә Марат ҡыҙы ла эшҡыуар, улар бер-береһенә терәк-таяныс булып тиң йәшәйҙәр. Татыу ғаиләлә аҡыллы, ипле ике бала үҫтергәндәр, уларҙы үҙҙәренең өлгөһөндә эшһөйәр, ипле, ярҙамсыл итеп тәрбиәләгәндәр.

Йәш ғаиләләрҙе ҡыйыҡлы итеп, оло бәхет өләшкән, шул рәүешле рәхмәт-һауаптар алған Сабир Таштимер улына киләсәктә тик уңыштар юлдаш булһын. Ул һалған йорттар район үҙәге урамдарын биҙәп, ҡот өҫтәһен.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: