Район үҙәгенең учреждение-ойошмалар биналарын ҡупшылауға һәм матурайтыуға йылдан-йыл ҙур иғтибар бирелә.
Бөгөн ошондай эштәр район дауаханаһында алып барыла: бинаның балалар поликлиникаһы урынлашҡан өлөшөн тыштан йөҙләү бара.
Эшселәр биҙәү плитаһы эсенән йылытҡыс панель дә ҡуя, тимәк, ҡыш көндәре бында йылы буласаҡ, ә ошоға тиклем медиктар ҙа, пациенттар ҙа поликлиникала һыуыҡ булыуға зарлана ине.
Асҡар матурая ла ул... Тик урамдарҙа аҙып-туҙып йөрөгән һыйырҙарҙың кеше ҡулы тыуҙырған матурлыҡты юҡҡа сығарыуы күңелде әрнетә. Ленин урамында, айырыуса төп майҙан менән Пенсия фонды идаралығына һәм почтаға тиклем яһалған сәскә түтәлдәре урынында бөгөн ҡара ер ята. Яҙғыһын ултыртылған сәскәләрҙе көнө буйы ошо тирәлә уртлаған һыйырҙар ашап бөттө. Шулай булыуға ҡарамаҫтан көтөүһеҙ йөрөгән был малдарҙа берәүҙең дә эше юҡ. Район үҙәгендә был тәңгәлдә берәй ваҡыт тәртип урынлаштырылмы иткән?