+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Август 2019, 16:54

Кемдәр өйҙә тауыш бирә ала?

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар, ҡаты сирләгәндәр, шулай уҡ ауырыған туғанын тәрбиәләгәндәр, әгәр уны бер үҙен ҡалдырыу мөмкинлеге булмағанда, өйҙә һайлай ала.

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар, ҡаты сирләгәндәр, шулай уҡ ауырыған туғанын тәрбиәләгәндәр, әгәр уны бер үҙен ҡалдырыу мөмкинлеге булмағанда, өйҙә һайлай ала.

Һайлау участка комиссияһы бинаһынан ситтә һайлаусы участка һайлау комиссияһына алдан, әммә һайлау көнө, йәғни 8 сентябрь сәғәт 3-тән дә ҡалмай биргән ғаризаһына йәки телдән мөрәжәғәтенә (шулай уҡ башҡа кешеләр аша үтенес еткерелһә) ярашлы тик тауыш биреү көнөндә тауыш бирә ала. Бинанан ситтә тауыш биреүгә ғаризала (телдән мөрәжәғәттә) һайлаусы һайлау участкаһына килә алмау сәбәбен (инвалидлыҡ йәки сирен) күрһәтергә тейеш. Ғаризала уның фамилияһы, исеме, атаһының исеме, йәшәгән адресы булырға тейеш.

Телдән мөрәжәғәт иткәндә махсус реестрҙа мөрәжәғәттең килгән ваҡыты, һайлаусының исем-шәрифе, йәшәү урыны, шулай уҡ телдән мөрәжәғәтте ҡабул иткән участка һайлау комиссияһының ҡултамғаһы ҡуйыла. Кеше аша еткерелгәндә лә уны еткергән кешенең исем, фамилияһы, йәшәү урыны яҙып алына.

Тауыш биреүҙе үткәргәндә хәл иткес тауышҡа эйә участка һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусының өйөнә бара. Улар үҙҙәре менән тауыш биреү өсөн пломба һалынған күсмә йәшник, тауыш биреү өсөн етерлек күләмдә бюллетендәр, участканан ситтә тауыш биреүгә яҙылған ғаризаларҙы алырға тейеш.

Һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусыға килгәс, мөрәжәғәт телдән булғанда, ул яҙма ғариза менән раҫлана.Тауыш биреү бинаһынан ситтә һайлау мөмкинлеге биреүҙе һорап яҙған ғаризала һайлаусы паспортының йәки уны алмаштырыусы документтың серия һәм номерын ҡуя һәм бюллетенде алыуын ҡултамғаһы менән раҫлай.

Һайлаусының ризалығы менән йәки үтенесе буйынса паспорт мәғлүмәттәрен комиссия ағзалары ҡуя ала. Хәл иткес тауышҡа эйә комиссия ағзалары бюллетендәрҙе биреүҙе һайлаусының ғаризаһына ҡултамғаларын ҡуйып раҫлай.

Бюллетень тауыш биргәндә яраҡһыҙ хәлгә килтерелһә, унда шулай уҡ боҙолған бюллетень урынына яңыһын биреү тураһында билдә ҡуйыла.

Һайлау бюллетенен алыуы тураһында ҡултамғаһын ҡуя алмаған йәки бюллетенде үҙаллы тултыра алмаған һайлаусы башҡа кешенең, мәҫәлән, күршеһе йәки туғанының ярҙамы менән файҙалана ала. Инвалидлығы булған һайлаусы өсөн комиссия ағзалары билдә ҡуя алмай.

Тауыш биреү бинаһынан ситтә тауыш биреүгә ғариза биргән һайлаусы һайлау участкаһына үҙенә комиссия ағзалары сыҡҡандан һуң килһә, ул комиссия ағзалары тауыш биреү бинаһына кире әйләнеп килгәс кенә бюллетень ала.

Әйткәндәй, ауыл биләмәләре Советтарына барлығы 340 кандидат күрһәтелгәйне, шуларҙың 318 депутатлыҡҡа кандидат булып теркәлде, ҡалғандарына элекке хөкөм ҡарары булыуы сәбәпле, ҡайһы берҙәренә документтарын тейешенсә тапшырмауы арҡаһында теркәүҙән баш тартылды, шулай уҡ документтарын кире алыусылар ҙа булды.

Ошо арҡала ҡайһы бер һайлау округтарында ни бары берәр кандидат ҡалды. Был осраҡта һайлау һөҙөмтәләре нисек билдәләнә һуң?

Район төбәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, әгәр депутатлыҡҡа кандидат был көндә тауыш биргәндәрҙең 50 процент тауышын йыя икән, тимәк, ул депутат булып үтә.


Читайте нас: