Төрлөһөнән
29 Августа 2019, 09:01

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

«Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» мәрхәмәтлелек акцияһына район предприятие-ойошмалары коллективтары ғына түгел, айырым кешгеләр ҙә әүҙем ҡушыла.

«Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» мәрхәмәтлелек акцияһына район предприятие-ойошмалары коллективтары ғына түгел, айырым кешгеләр ҙә әүҙем ҡушыла. Эшҡыуар Лена Зарипова һәм Илсур Нурғәлин ғаиләһе был акция ойошторола башлағандан алып, быйыл туғыҙынсы йыл ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләге, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итә.
Эшҡыуарҙар был акция ойошторола башлағандан алып бер ваҡытта ла ситтә тороп ҡалмай. Тәүге йылдарҙа балаларға эсенә кәрәкле тулы канцтауарҙар һалынған портфелдәр бүләк итә торғайны. Һуңғы йылдарҙа ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләге балаларға кейем-һалым алып биреүҙе йолаға индерҙе, - ти бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия секретары Нәдилә Ғизетдин ҡыҙы.
Быйыл изге күңелле эшҡыуарҙар ғаиләһе Туйыш ауылынан килгән Ильяс, Динә, Әлиә Махийәновтарға һәм Әбдрәштән Дилә Исхаҡоваға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итеп, кәрәкле әйберҙәрен һатып алырға булышты.
Читайте нас