+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Сентябрь 2019, 11:39

Берҙәмлек һәм дуҫлыҡты нығытып

Хәрби хәрәкәттәр ветерандарын берләштереүсе «Боевое братство» ойошмаһының Әбйәлил филиалы ағзалары ай һайын берәй фәһемле сара, осрашыу уҙғарып тора.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандарын берләштереүсе «Боевое братство» ойошмаһының Әбйәлил филиалы ағзалары ай һайын берәй фәһемле сара, осрашыу уҙғарып тора. Ошо көндәрҙә улар, Хәлил ауылында йәшәүсе яуҙаштарының саҡырыуы буйынса, Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған һәм хеҙмәттән ҡайтҡас фани донъянан киткән егеттәрҙең әсәләренең хәл-әхүәлен белешеп ҡайтты.

— Иптәштәребеҙ Рөстәм Шөғүров, Таһир Әлибаев, Венер Абдуллин менән тәүҙә Ишбулды ауылында булып, беренсе Чечен кампанияһында хеҙмәт иткән, ошо көндәрҙә вафат булған Илһам Шәйәхмәтовтың әсәһе Көнһылыу инәйгә инеп сыҡтыҡ, — тип һөйләне ойошма етәксеһе урынбаҫары Салауат Хөснийәров. — Ул яңғыҙ йәшәй, беҙгә, күстәнәстәребеҙгә, сикһеҙ ҡыуанды, улы тураһында хәтирәләрен яңыртып алды. Бер ыңғайы тип, Төньяҡ Кавказда үҙенең һуңғы һулышынаса хәрби антына тоғро ҡалып, һәләк булған Фәнис Фазылйәнов менән Илдар Хажиндың әсәләре — Йәмилә һәм Һәҙиә апайҙа ла булдыҡ. Улар ҙа «Һеҙҙең менән һөйләшеп ултырып, улымды күргәндәй булдым» тип берсә ҡыуанып, берсә зарығып әңгәмәләште, район үҙәгендә һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылыуына ғорурлыҡ тойғоларын белдерҙе. Ысын ил һаҡсылары үҫтергән оло йөрәкле әсәйҙәрҙе киләсәктә лә онотмай, барып торасаҡбыҙ.

Бынан һуң күп тә үтмәй С. Хөснийәров ғаиләһе менән Сибай ҡалаһына саҡырылды. Унда Махсус тәғәйенләштәге ғәскәрҙәр көнөнә арналған «Спецназ против террора» исемле сара үтте. «Боевое братство» ойошмаһының Сибай филиалы етәксеһе Руслан Сафиуллин ойошторған фәһемле митингыла ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, хәрби комиссар урынбаҫары Радмир Ҡаҙнабаев, «Барс» яугир-интернационалистар йәмғиәт ойошмаһы рәйесе Петр Армизонов һәм башҡалар сығыш яһаны, «Миләш» вокал ансамбле сәләмләне.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары мемориалға сәскәләр һалды, гитара моңдары аҫтында яу йырҙарын иҫтәренә төшөрҙө. Сара һуңында барыһы ла бергәләп 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған флешмобҡа ҡушылды.

Р. МӘСӘЛИМОВА.
Читайте нас: