+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Сентябрь 2019, 17:24

Башҡортостанда башҡорт теле буйынса үҙөйрәткес мобиль ҡушымта сығарыла

Башҡортостанда башҡорт теле буйынса үҙөйрәткес мобиль ҡушымта эшләйәсәктәр.

Башҡортостанда башҡорт теле буйынса үҙөйрәткес мобиль ҡушымта эшләйәсәктәр. Проекттың заказ биреүсеһе – Башҡортостан Республикаһының Фәндәр Академияһы. Был ҡушымта Android һәм iOS мобиль ҡоролоштарында эшләйәсәк. Конкурс 24 сентябрь көнө үтә. Ҡушымта 50 көн эсендә әҙерләнергә тейеш. Иң тәүҙә башҡорт теленең лексикаһы, терминологияһы, морфемикаһы һәм грамматикаһы буйынса фәнни тикшеренеү эшләү ҡаралған. Ҡушымта Breakthrough Level (аңлайышлы) кимәле өсөн эшләнәсәк. Унда эҙләү системаһы, “Һайланма”, “Яҙмалар” бүлектәре булырға тейеш. Башҡорт телендәге мәҡәлдәр, әйтемдәр, дөйөм ҡулланышлы лексиканың башҡортса-русса һәм русса-башҡортса һүҙлектәре һәм башҡа функцияларҙын барлығын иҫәпкә алыу мөһим. Юридик фәндәре кандидаты, БДУ-ның доценты Айнур Хәйбуллин башҡорт теле буйынса үҙөйрәткесте эшләп сығарған да инде. Уның ярҙамында телде өйрәнеү һәм ҡулланыу кимәлен үҫтерергә була. 2019 йылдың апрелендә билдәле булыуынса, мобиль операцион системалар өсөн яңы версия эшләнде, ул ошо йылда уҡ бойомға ашырыла һәм Google Play, App Store электрон майҙандарына ла асыҡ булыр тип иҫәпләйҙәр.
Читайте нас: