1-се борт нимә икәнен беләһегеҙҙер? Рәсәй Президентының самолетын шулай тип йөрөтәләр. Бына шул борттың элекке командиры Владимир Путиндың осош ваҡытында нисек һәм нимә ашауы хаҡында һөйләгән.
Был да бик мөһим. Беҙ ил башлығының һаулығы өсөн борсолабыҙ.
Экс-командир Владимир Федорушкин НТВ каналына интервью биргәндә белдереүенсә, Кремль аштары алдан әҙерләнә һәм самолетҡа ябыҡ контейнерҙарҙа килтерелә.
Бортпроводниктар уларҙы асып, йылыта.
Пилот әйтеүенсә, Ил-96 ике ҡатлы. Кухня тәүге ҡатында.
Ҡайһы берҙә Президент аҙыҡтан ҡәнәғәт булмай икән. Ғөмүмән, ул осош ваҡытында күп ашамай. Әлбиттә, алыҫҡа осһа, ашарға тура килә.
Сит илдәргә осҡанда иһә, махсус кешеләр алдан китеп, ризыҡ һатып ала һәм кире юлға әҙерләй. Барыһы ла тәртиптә һәм ойошторолған булырға тейеш.