-6 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Сентябрь 2019, 11:48

Яңы йортта бәхетле тормош көтһөн

«Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү» программаһы буйынса районда тағы ла 4 йәш кешегә өр-яңы йорттарҙан асҡыс тапшырылды.

«Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү» программаһы буйынса районда тағы ла 4 йәш кешегә өр-яңы йорттарҙан асҡыс тапшырылды.

Көнсығыш-2 биҫтәһенең В. Сөләймәнов урамында йәнә өй туйлау тантанаһы гөрләне. Бер иштән йәтеш кенә итеп һалынған социаль йорттарҙан асҡыстар был юлы Асҡарҙан Зиләрә Йосоповаға, Луиза Шәрәфетдиноваға, Ташбулаттан Ғариф Хисаметдиновҡа, Әбдрәштән Гөлсибәр Кейекбаеваға бирелде.

Яңы йортта, кескәй генә, әммә бөтә уңайлы шарттар ҙа булдырылған үҙ донъяларында тормош көтә башлаясаҡ йәштәрҙе район башлығы И. Т. Нафиҡов ҡотланы.

— Үҙаллы тормош юлығыҙҙа башланғыс капитал, ашҡынып ҡайтыр, һыйыныр йылы усаҡ булһын өйҙәрегеҙ. Киләсәктә, быуын нығытҡас, хыялығыҙҙа йөрөткәнсә мөһабәт йорттар ҙа һалып сығырһығыҙ, тип ышанам. Әммә бөгөнгө көндә — ҡулығыҙға диплом алып яңы эш башлап торғанда, бәғзеләрегеҙ ғаилә ҡороп, бала үҫтергән мәлдә кеше тупһаһында йөрөмәүегеҙ, баш өҫтөндә үҙ ҡыйығығыҙ булыуы мөһим һәм көнүҙәк. Дәүләт кимәлендә етемдәргә ҙур иғтибар бүленеүе арҡаһында 2015 йылдан районда йөҙгә яҡын йәш кешенең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителде. Иҫәптә тағы ла 122 кеше тора. Ағымдағы йылда 16 йортто файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ. Шуларҙың иң беренсе бәхетле эйәләре — һеҙ, — тине Илдар Таһир улы йәштәргә яңы йорттарҙа матур, бәхетле тормош теләп.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Әбйәлилдә программа буйынса фәҡәт өр-яңы йорттар тапшырыла. Төҙөлөш эштәрен башҡарған шәхси эшҡыуарҙар Сабир Ғилманов һәм Ансар Өмөтҡужин йорт хужаларын ҡотлап, изге теләктәр юлланы һәм өй туйлау айҡанлы бүләктәр тапшырҙы.

Йәштәр исеменән сығыш яһаусы Зиләрә Йосопова атай-әсәйҙәрсә хәстәрлек өсөн район етәкселегенә, опека бүлегенә, төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, былтыр торлаҡ алған бер туған ағаһы Василдың да йорто яҡында ғына икән. «Бергә-бергә ҡатнашып, ярҙамлашып йәшәрҙәр. Зиләрәбеҙ өсөн быйылғы йыл ҡыуаныстарға бай, СиБДУ-ны тамамлап, диплом алды», — тип һөйөнөстәре менән уртаҡлашты ҡыҙҙың опекуны — инәһе Зилә Ғайсина.

Гөлсибәр Кейекбаева менән Луиза Шәрәфетдинова — йәш әсәләр. Ғаиләле йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе хәл ителеүе бигерәк тә шатлыҡлы ваҡиға. «Биҫтәлә балалар баҡсаһы булыуы уңайлы, ҡыҙым Алинаны «Миләш»кә бирәсәкмен», — ти Гөлсибәр.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.
Читайте нас: