-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2019, 11:32

Иманлы ерҙән ҡот китмәҫ

Күренекле мәғрифәтсе шәйех һәм арҙаҡлы дин әһеле Ноғоман улы Ғәбделханнан ишан иҫтәлегенә арналған Хәтер һәм Ҡәҙер сараһы Әлмөхәмәт мәсете асылыуға 20 йыл тулыу айҡанлы үтте.

Мәшһүр яҡташыбыҙ, Әлмөхәмәт мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы, күренекле мәғрифәтсе шәйех һәм арҙаҡлы дин әһеле Ноғоман улы Ғәбделханнан ишан 1850 йылда Әлмөхәмәт ауылында (элекке Бөрйән волосының Ҡолбаҡты ауылы) тыуған. Уның иҫтәлегенә арналған Хәтер һәм Ҡәҙер сараһы Әлмөхәмәт мәсете асылыуға 20 йыл тулыу айҡанлы үтте.

Дин әһеле Ғәбделханнан ишан исемен йөрөткән мәсеткә Урал аръяғы райондарынан, Магнитогорск, Белорет һәм райондың ауыл имам-хатиптары, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Ишандың бүләһе Рафаэль ағай Мәсәлимов, башҡа ҡан-ҡәрҙәштәре уның тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште.

Ноғоман улы Ғәбделханнан ишан Мәккә Мәҙинәнең юғары мәҙрәсәһендә уҡый һәм Стамбул шәһәрендәге мәҙрәсәлә 3 йыл эшләй. Һуңынан ауылға ҡайтып, Ҡолбаҡтыла яңы мәсет төҙөтә, үҙе имам-хатип була һәм тағы ике мәҙрәсә һалдырып, шәкерттәр уҡыта башлай.

Ғәбделханнан ишан менән беренсе ҡатыны Заһиҙәнең 8 балалары була: Бибиәсмә, Фәйзрахман, Фатима, Бәҙиғә, Сафия, Фазылғаян, Хәбибрахман, Әминә. Тәүге ҡатыны вафатынан һуң алған икенсе ҡатыны алтын йыуыу приискыһы хужаһы Рәмиевтың ҡыҙы Ғәзизәбаныу була.

1918 йылда Зәки Вәлиди етәкселегендә Башҡортостанға автономия яулап алынғас, Зәки Вәлиди Фазылғаян менән Хәбибрахманды үҙенә хеҙмәткә ала.

Ғәбделханнан ишандың Әминғыуаҡ шишмәһе янында йәйләүе була. Ҡышҡыһын да туңмаған был шишмәнең шифаһы Ханнан хәҙрәттең ҡөҙрәте, ти халыҡ.

Ноғоман улы Ғәбделханнан ишан 1938 йылда, 88 йәшендә вафат була һәм Әлмөхәмәт ауылы зыяратында ерләнә. Былтыр ишандың ҡәбере кәшәнә итеп яңыртылды. Әлмөхәмәт ауылында 1999 йылда асылған мәсеткә арҙаҡлы дин әһеленең исеме бирелде. Сөләймән Өмөтбаев хәҙрәт имам-хатип булып һайлана.

Ҡәҙер һәм хәтер кисәһендә балалар Ғәбделханнан ишанға арналған шиғырҙарын һөйләнеләр, ағинәйҙәр мөнәжәттәрен йырлап ишеттерҙеләр. Район Советы депутаты Ҡотдос Ғәзизов ишанға арналған сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

Шулай уҡ ауылдың имам-хатибы Рәсүл Сәйетбатталов һәм Шафиҡ Хәмитов мәсеттең 20 йыллыҡ тарихына байҡау яһанылар. Ҡунаҡтар ауылдың ҡәберлегендә ерләнгән Ғәбделханнан ишанға зыярат ҡылды. Ошо сара уңайынан 3 ҡорбан салынды һәм мәктәптә аят ашы ойошторолдо.

Әлмөхәмәт республикаға билдәле шәхестәр биргән ауыл. Арҙаҡлы яҙыусыларға арналған Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Рәмил Ҡолдәүләттең әҙәби музейы ҡунаҡтарҙа оло тәьҫораттар ҡалдырҙы. Музей етәксеһе Рәсимә Хәмитова ауылдаштары тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: