Өфө парфюм ательеһы республиканың 100 йыллығына ҡарата тыуған ерҙең хуш еҫтәренән торған хушбуйҙар серияһын сығарҙы. Башҡортостанда үҫкән үләндәр, йүкә, бал, ҡурай сәскәһе еҫтәренән торған композицияла башҡорт ере рухы аңҡый. Парфюмерҙар үҙенсәлекле еҫ өҫтөндә 9 ай эшләгән һәм 20 төрлө хушбуй араһынан нәҡ ошо вариантҡа туҡталған. Хушбуйҙың флаконы ла Башҡортостан тураһында һөйләй: ҡурай сәскәһе һынландырылған, ҡатырғанан эшләнгән ҡабы йәшмә ташын хәтерләтә. Киләсәктә ул 15 мл күләмендә сығарыласаҡ. Республика ҡунаҡтары, туристар үҙҙәре менән башҡорт балын ғына түгел, Ә Башҡортостан еҫен дә алып китәсәк.