Дүшәмбе көнө, йәғни 23 сентябрь, көҙгө көн менән төндөң тигеҙлеге була. Башҡортостан халҡы уны 12 сәғәт 49 минутта күҙәтә ала. Был көндә Ҡояш төньяҡ ярымшарҙан көньяҡ ярымшарға күсә һәм төньяҡ өлөштә көҙ, көньяҡ өлөштә яҙ башлана. Шулай уҡ төньяҡ ярымшарҙа төн көндән оҙонораҡ, ә көньяғында ҡыҫҡараҡ буласаҡ.