Берҙәм тауыш биреү көнөндә төбәк Башлығын һәм урындағы үҙидараға депутаттар һайлап сыҡҡас, мәктәп эргәһендәге ял паркына ыңғайланыҡ. Был көндә унда йәрминкә ойошторолдо. Инәй-ҙәр, апайҙар, уҡыусы балалар төрлө нәмәләр менән сауҙа итте. Бәйләнгән ойоҡ-бейәләйҙәр, тә-пешкәләр, күҙ яуын алырлыҡ сел-тәрҙәр, буҙа, ҡорот, һөт, йомортҡа, гөлдәр — йәрминкәлә һәр кем теләгән әйберен алып ҡыуанды.
Мәҙәни-ял үҙәге мөдире Ли-лиә Шаһморатова менән методист Нурзиә Мәхмүтова сәхнәлә флешмоб, төрлө уйындар ойош-торҙо.
Ял итеү паркындағы сара ныҡ оҡшаны. Ауылда асыҡ һауа аҫтында байрамдар, күңелле саралар үткәргәндәй, кистәрен ял иткәндәй урын барлыҡҡа килеүе ҙур ҡыуаныс. Сәхнә, тамашасылар өсөн ултырғыстар, балаларға уйын, спорт майҙансыҡтары бар — хас та ҡалалағы һымаҡ. Ҡа-раңғы ваҡытта ял итеү билә-мәһендә уттар ҡабына. Ауыл кешеләренең ялын хәстәрләп булдырылған ошондай уңайлыҡ-тарҙың ҡәҙерен белһен халыҡ. Йыл һайын уның биләмәһе гөл-сәскәләргә күмелһен, балалар-ҙың шат тауыштары тынмаһын.