+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Сентябрь 2019, 13:01

«Буш төшкәндең ҡәҙере юҡ»мы?

Ата-әсә ҡарауынан етем ҡалған балаларға Хөкүмәтебеҙ ярҙам күрһәтеп, уларҙы бушлай торлаҡ менән тәьмин итеүе һәйбәт күренеш, әлбиттә.

Ата-әсә ҡарауынан етем ҡалған балаларға Хөкүмәтебеҙ ярҙам күрһәтеп, уларҙы бушлай торлаҡ менән тәьмин итеүе һәйбәт күренеш, әлбиттә. Был тәңгәлдә беҙҙең районда ла ҙур эштәр башҡарыла, йыл һайын ошо категорияға ҡараған бер нисә кешегә йорт, фатир бүленә. Тик ошондай йорттарҙың күпселегенең буш тороуы, уларҙың тәртиптә тотолмауы күңелде әрнетә.
Мәҫәлән, Дауыт ауылының Мәктәп урамында ла дүрт йыл элек дүрт фатирлы йорт төҙөлөп етем ҡалғандарға бирелгәйне. Бөгөн был йорт асарбаҡтар йәшәгән йортҡа оҡшап ҡалды һәм тотош урамды йәмһеҙләп ултыра.
— Йортто файҙаланыуға тапшырған мәлдә генә ике фатирҙа йәшәнеләр, ҡуртымға ла биргеләнеләр. Хәҙер бер кемдә тормай унда. Күрәһегеҙ бит, ҡоймалары ҡолап бөттө, тирә-яғын сүп-сар баҫты, эскеселәр ҙә төйәк итә, — ти күрше йорттарҙа йәшәгәндәр.
Аууу! Был йорттағы фатирҙарҙың хужалары, һеҙ ҡайҙа? Әллә әҙергә бәҙер тип, кемдеңдер килеп төҙәтеп биреүен көтәһегеҙме? Йәшәмәһәгеҙҙә, йорт-ҡурағыҙҙы тәртиптә тотоу һеҙҙең төп бурыс булырға тейеш, сөнки һеҙ хужа бит был йортҡа.
Читайте нас: