«Боевое братство» ойошмаһының Әбйәлил филиалы составында булған егеттәрҙең изге, фәһемле эштәре дауам итә. Уларҙың, локаль бәрелештәр ваҡытында һәләк булған йәки ҡайтҡас фани донъянан киткән яуҙаштарының әсәләрендә булып, хәл-әхүәлдәрен белешеп ҡайтыуы тураһында яҙғайныҡ инде.
Илһам Шәйәхмәтов — Ишбулды ауылы егете. Ул 1995 йылдың көҙөндә армияға алынып, күп тә үтмәй, Чечен Республикаһына ебәрелә. Конституцион тәртипте яҡлап, террористик төркөмдәргә ҡаршы барған хәрәкәттәрҙә ҡатнаша ул. Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Магнитогорскиҙа, урындағы хужалыҡта эшләй. Үкенескә ҡаршы, утлы яуҙан иҫән ҡайтһа ла Илһамдың ғүмере ҡыҫҡа була, ул 36 йәшендә генә яҡты донъянан китә. Егеттең әсәһе Көнһылыу инәй менән осрашҡанда «Боевое братство» ағзалары яугирҙең ҡәберенә мәрмәрташ ҡуйырға вәғәҙәләй.
Әйткән һүҙ — атҡан уҡ, тигәндәй, эште оҙаҡҡа һуҙманы хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Тиҙ арала кәңәшләшеп, күмәкләп аҡса йыйып ебәрҙеләр һәм иҫтәлекле мәрмәрташ яһаттылар. Төрлө осорҙа Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгән Салауат Хөснийәров, Батыр Батыршин, Венер Абдуллин, Радмир Ғиләжев, Вадим Хәйҙәров, Васил Латипов изге эштәрен урын-еренә еткереү маҡсатында уҙған йомала Ишбулды ауылына барҙы. Бында уларҙы иптәштәре, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандары Рөстәм Шөғүров менән Таһир Әлибаев, Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин һәм башҡалар ҡаршы алды. Уларға И. Шәйәхмәтовтың хеҙмәттәше, Нияҙғол ауылынан Рафаэль Сәғәҙәтов та ҡушылды. «Илһам менән беҙ бер көндә армияға алындыҡ, тәүҙә Томск ҡалаһына барып урынлаштыҡ һәм хәрби ант ҡабул иткәндән һуң, Төньяҡ Кавказға командировкаға ебәрҙеләр. Һалдат һурпаһын башынан аҙағынаса бергә һемерҙек. Дуҫым ышаныслы иптәш, көслө рухлы һалдат булды, төрлө ауыр хәлдәрҙән сыға белде, уның тураһында тик яҡты хәтирәләр һаҡлайым», — тип һөйләне Рафаэль Иштимер улы.
Күмәкләшеп зыяратҡа барып, Илһам мәрхүмдең ҡәберенә мәрмәрташты ҡуй-ғас, ауылдың имамы Юлай апа Хәйбуллин аят бағышланы.
— Чечен кампанияһының тәүге йылдарына эләккән яҡташтарыбыҙҙың күбеһе, төрлө сәбәптәр арҡаһында, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын юлламаған, ошо арҡала улар тейешле ташламалар менән дә файҙалана алмай, — ти Салауат Хөснийәров. — Ветеран исеме йөрөтөп, мәрхүм булған яуҙаштарҙың мәңгелек төйәгенә иҫтәлекле таҡта йәки таш ҡуйыуҙы хәрби комиссариат башҡара. Әммә Илһам Ғәйфулла улы ул исемлеккә эләкмәгән. Шуға күрә беҙ был бурысты үҙ иңебеҙгә алып, мәрхүмдең рухын ризалатырға ниәтләнек. Егеттәргә рәхмәт, береһе лә баш тартманы, йәһәтләп, күмәк эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Шөкөр, бөгөн ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ.
Бынан тыш, Салауат Урман улы И. Шәйәхмәтовҡа «Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән өсөн» миҙалын юллап, уны мәрхүмдең әсәһенә тапшырҙы.
— Ғаиләлә алты бала үҫтеләр, тик бөгөн дүрт малайымдың береһе лә иҫән түгел, — ти Көнһылыу Сәйфулла ҡыҙы. — Илһам үҙ теләге менән ил алдындағы бурысын үтәргә китте. Чечен Республикаһына эләгеүен, ауыр шарттарҙа хеҙмәт итеүен, һуғышты үҙ күҙҙәре менән күреүен беҙгә бер ҙә белдермәне. Хаттарында «Әсәй, бөтәһе лә һәйбәт, арыу хеҙмәт итеп йөрөйөм, тиҙҙән ҡайтырмын» тип кенә яҙыр ине. Ҡайтҡас та эшһеҙ ятманы, оҙаҡ йылдар «Беларусь» тракторында, урындағы хужалыҡта эшләне. Ныҡ ярҙамсыл, күрше-күләнгә, туғандарға ҡарата ихлас булды. Бына егеттәргә ҙур рәхмәт, ҡайһындай эш атҡарып, улымдың рухын ололанылар. Үҙҙәре имен-һау ғына булып, ғаиләләре менән татыу йәшәһендәр инде...
Һүрәттә: Илһам Шәйәхмәтов (уңдан икенсе) хеҙмәттәштәре менән.