+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Сентябрь 2019, 20:00

Ауылыбыҙҙы йәмләй сәскәләр

Теләштә Сәскә байрамы үтте

Теләштә Сәскә байрамы үтте. Зөлхизә Садиҡованың баҡсаһында егер-менән ашыу төрлө сәскәләр иртә яҙҙан күренә башланы. Тәүҙә иристар, йәй уртаһына күп төрлө лилиәләр шау сәскәгә күмелде, көҙгә ҡарай һыуыҡҡа бирешмәүсән Урал мәге лә сәскә атты, әллә нисә төр георгин, хатта йәшел гладиолус күҙҙең яуын ала. Уның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тыуған көндәренә әсәй-өләсәйҙәре үҫтергән төрлө төҫтәге раузалар алып ҡыуана. Егәрле ҡатын иртә яҙҙан, бүлбеләрҙе өйөндә үҫтереп, баҡсаға күсерә, күрше-күләндәренә лә тарата.

Уның күршеһе Фәтиха Ялмырҙинаның баҡсаһын өйкөм булып үҫкән хризантемалар, хоста, флокстар, бәрхәт, яран гөлдәре биҙәй. Шулай уҡ Хәлимә Сәлихова, Римма Ялмырҙина, Резеда Ялалова, Гөлсинә Бәшәрова, Вәфирә Халиҡова пион, мальва, петуния, годеция һәм цинияларҙы яратып үҫтерә.

Мәҙәниәт йорто етәксеһе Ғәлиә Йәнйегетова сәскә үҫтереү алдынғыларын билдәләүҙе билдәле этнограф Галина Гончароваға йөкмәтте. Г. Гончарованың ҡапҡаһының эсе ботаник баҡсаны хәтерләтә. Этнограф урман-ҡырҙарҙан ҡырағай сәскәләрҙе ҡаҙып алып ҡайтып, культуралаштыра. Ихатаһында ҡайын, саған, балан, мышар үҫә, ылыҫлы ағастар ҙа бар.

Галина Гончарова сәскә һәм бүлмә гөлдәрен үҫтереүселәрҙе айырым баһаланы. Һөҙөмтәлә Зөлхизә Садиҡова һәм Нәғимә Рәхмәтуллина беренсе, Хәлимә Сәлихова, Фәтиха һәм Римма Ялмырҙиналар икенсе, Гөлсинә Бәшәрова, Резеда Ялалова һәм Вәфирә Халиҡова өсөнсө урындарҙа билдәләнде. Сәскә үҫтереүселәрҙе Яңы йыл кисәһендә бүләкләргә килештеләр.

Зөһрә БӘШӘРОВА.
Читайте нас: