+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Сентябрь 2019, 11:03

11 октябрь көнө Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагының төҫтәренә буяласаҡ

11 октябрь – Республика көнө - Ниагара шарлауығының Канада өлөшө башҡорт флагының төҫтәрен аласаҡ.

11 октябрь – Республика көнө - Ниагара шарлауығының Канада өлөшө башҡорт флагының төҫтәрен аласаҡ. Шарлауыҡ урындағы ваҡыт менән 22 сәғәттә (Өфө ваҡыты менән 12 октябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә) йәшел, аҡ, күк төҫтәргә буяла. Был акцияны үткәреүҙең инициаторы – «Канада Башҡорттары Ҡоролтайы»на нигеҙ һалыусы Фәриҙә Сәмерханова. «Канада Башҡорттары Ҡоролтайы» – халыҡ мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлау маҡсатында башҡорт, татар һәм башҡа милләттәрҙе берләштергән йәмәғәт ойошмаһы.
Читайте нас: