14 октябрҙән Башҡортостан Республикаһында аналог телетапшырыуҙар трансляцияһы туҡтатыла. «Күҙһеҙ-ҡолаҡһыҙ» тороп ҡалмаҫ өсөн телевизорҙарҙы һанлы сигналға көйләү мөһим. Федераль телеканалдар аналог телесигналын «А» хәрефе менән маркерлап, һанлы тапшырыуға күсеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Экранда канал логотибы янында «А» хәрефе сыға икән, һеҙ элекке быуын телевизоры йәки һанлы сигнал ҡабул итеүгә көйләнмәгән техника менән файҙаланаһығыҙ.
Аналог телетапшырыуҙарҙың туҡтатылғанын көтмәй, телевизорҙарҙы һанлы тапшырыуҙарға күсереү зарур.
– әгәр һанлы стандарттарҙы тотҡан, дециметрлы антенналы заманса телевизор булһа, меню аша үҙ аллы 20 телеканалды автокөйләй алаһығыҙ;
– әгәр телевизор яңы, ә антенна иҫке – метрлы булһа, уны дециметрлыға алмаштырырға кәрәк;
– әгәр иҫке өлгөләге телевизор булһа, өҫтәмә рәүештә һанлы приставка һатып алырға тура киләсәк.
Әгәр ҙә инде экран мөйөшөндә «А» хәрефе сыҡмаһа һәм телевизорығыҙ 20 йәки унан күберәк канал күрһәтһә, тимәк, һеҙ һанлы телевидениеға күскәнһегеҙ йәиһә кабель йәки юлдаш телевидениеһы операторҙары абоненты булып һаналаһығыҙ. Һеҙгә телетапшырыуҙарһыҙ ҡалыу хәүефе янамай.
Быға тиклем Рәсәйҙең 64 төбәгендә федераль каналдарҙы аналог трансляциялау туҡтатылды. 14 октябрҙән 21 төбәк һанлы телевидениеға күсерелә.