Үҙәк район китапханаһында һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе уҙҙы. Йыл да китапханасылар араһында үткәрелеүсе был конкурс яуаплы ла, ауыр ҙа һөнәр эйәләренең тынғыһыҙ хеҙмәтен күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу, яңылыҡтарҙы үҙләштереү маҡсатында ойошторола. Китапхана элек-электән аң-белем таратыусы, тәрбиә биреүсе, яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәүсе урын булған. Күптәр бында китап алыу өсөн генә килмәй, ә үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһы, рухи аҙыҡ эҙләй. Китапханасы һөнәре бик яуаплы, уларға педагог та, психолог та, әртис тә булырға тура килә. Технологиялар үҫешкән заманда китаптың тәрбиәүи көсөн һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылған улар алдында. Һәм китапханасылар быны лайыҡлы үтәй.
«Иң яҡшы китапханасы» район конкурсын асып, алып барыусылар Алһыу Хоҙайбиргәнова менән Рәзилә Мырҙабу-латова бәйгеселәрҙе сәләмләне. Һөнәри оҫталыҡ ярышына ун китапханасы сыҡты. Ишҡол китапханаһынан Руфина Ирғәлина, Тал Ҡусҡарынан Гөлниса Ниғмә-туллина, Дәүләттән Дилә Ишбулдина, Гусевтан Әлфинә Сафиуллина, Ҡырҙастан Резеда Баймөхәмәтова, Амангилденән Миңзәлә Юлмөхәмәтова, Үтәгәндән Гөлфирә Йәһүҙина, Йәнгелдән Гөлсөм Ғилманова, үҙәк район китапханаһынан Айгөл Тоҡомбәтова, балалар китапхана-һынан Раушания Фәсхетдинова бәйге тотто.
Тәүге һынауҙа конкурсанттар үҙҙәре менән таныштырҙы. «Мин һәм һөнәрем» тип аталған беренсе турҙа китапханасылар презентация күрһәтте, ижади һәләттәрен дә ҡушып йыр йәки шиғыр ишеттерҙе, хатта әкиәт һөйләүселәр ҙә булды. Ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайлауҙарын, үҙ эштәрен яратыуҙары хаҡында һөйләгәндә китапханасыларҙың серле, мөғжизәле донъяға мөкиббән китеүҙәрен күрергә була ине.
Артабан «Китапханасы — тере энциклопедия» тигән икенсе һынау үтте. Бында бәйгеселәргә үҙҙәренең белемен, зирәклеген күрһәтеп, әҙәбиәт, мәҙәниәт, тарих, тыуған яҡ тураһында һорауҙарға дөрөҫ яуаптар ҡайтарырға, тарихи даталарҙы иҫкә төшөрөргә тура килде. Китапханасылар ҡатмарлы һынауҙа юғалып ҡалманы, үҙҙәрен эрудициялы, ғилемле булыуын иҫбатланы. Алып барыусылар һорауҙарҙы биреп өлгөрмәҫтән, кемуҙарҙан яуаптар яуҙы.
Өсөнсө һынауҙа конкурсанттарға үҙҙәрен тулыһынса асыу мөмкин булды. Театр йылы, Мостай Кәримдең юбилейы, Республиканың 100 йыллығы темалары буйынса үткәрелгән саранан өҙөк күрһәттеләр. Оҫталыҡ дәрестәренә бәйгеселәр бай фантазияһын, ижади сәмен үрелдерҙе. Иң һуңынан конкурсанттар үҙҙәренең һөнәренә реклама яһаны. Ауыл китапханасыһы ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле булыуын үҙҙәренең эше оҫталары аныҡ еткерә алды. Бәйгеселәрҙе жюри ағзалары Зөлхиә Исхаҡова, Альбина Әхийәрова, Ғәлиә Бәшәрова, Светлана Фәттәхова баһаланы.
Ижади бәйге һөҙөмтәһе буйынса Гран-приға Дилә Ишбулдина лайыҡ булды. Руфина Ирғәлина беренсе урын яуланы, Гөлфирә Йәһүҙина менән Айгөл Тоҡомбәтова икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алды. Башҡалар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. «Ижади ҡарашлы китапханасы» — Миңзәлә Юлмөхәмәтова, «Инициативалы китапханасы» — Гөлниса Ниғмәтуллина, «Балалар менән ижади эш» — Резеда Баймөхәмәтова. Бәйгеселәр бик ҡәнәғәт ҡалды, сөнки ярыш бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте, китапхансылар яңы эш алымдары менән танышты, көндәлек хеҙмәттәрендә ҡулланғандай яңылыҡтарҙы белде.