+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Октябрь 2019, 19:34

Илһөйәрлек өсөн грамота

Республика көнө алдынан райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин «Юрға» ат-спорт мәктәбе уҡыусылары менән осрашты.

Республика көнө алдынан райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин «Юрға» ат-спорт мәктәбе уҡыусылары менән осрашты.
Ҡыйыу йөрәкле, ат «ене» ҡағылған ҡыҙҙар-малайҙар менән йәнле әңгәмә ҡоролдо. Элек-электән ат халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрештә лә, яуҙа ла, юлда ла тоғро юлдашы булыуы тураһында әйтеп, Рөстәм Миңлеғәле улы тарих биттәрен байҡаны, 1812 йылғы Ватан, унан Бөйөк Ватан һуғыштарында башҡорт атлыларының ҡаһарманлыҡтары хаҡында һөйләне.
– Нәҫелдән, ҡандан күскән азатлыҡ рухы, йылҡы малына ҡарата һөйөү бөгөн «Юрға» ат-спорт мәктәбе уҡыусыларында айырыуса ныҡ сағыла. Районда йыл һайын уҙғарылған Еңеү парадына һуңғы йылдарҙа 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһын кәүҙәләндереп ат-спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең үҙәк майҙандан һыбайүтеүе тантанаға тулҡынландырғыс төҫ өҫтәй. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса сараларҙа әүҙем ҡатнашыуығыҙ, был эштәргә башланғыс һәм тырышлыҡ һалыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм, – тип хәрби комиссар директор Б. Ш. Дәүләтшин йөҙөндә ат-спорт мәктәбе коллективына Почет грамотаһын тапшырҙы.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.
Читайте нас: