Тикшереү барышында барлыҡҡа килгән көл продукттың тәбиғи булыуын билдәләй. Шишмә районы лабораторияһында бөтә республиканан йыйып алынған 275 бал өлгөләре тикшерелә. Балда ауыр металл тоҙҙарының барлығын асыҡлайҙар. Махсус прибор аша кадмий, терегөмөш, мышьяк, ҡурғаш кеүек ағыулы элементтарҙы ла асыҡларға мөмкинлек бар. Тишереүҙәр күрһәтеүенсә, башҡорт балы юғары сифатҡа эйә һәм бөтә тейешле талаптарға яуап бирә.