+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2019, 11:34

Байрам саралары

«Меркурий» волонтёрҙар, «Ҡырҡтытур» туристик ойошмалары етәксеһе Рушан Әхмәтйәнов турпоход ойошторҙо.

Башҡортостандың 100 йыллығы һәм Республика көнө айҡанлы Таштимер ауыл Советы депутаты, «Меркурий» волонтёрҙар, «Ҡырҡтытур» туристик ойошмалары етәксеһе Рушан Әхмәтйәнов Таштимер урта мәктәбенең 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн турпоход ойошторҙо.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар класс етәкселәре Эльмира Нәжметдинова, Эльмира Мөхәмәтйәнова, шулай уҡ мәктәп директоры Роза Йосопова һәм директорҙың уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Зилә Сәғитова менән бергәләп Ҡырҡтытауҙың иң бейек түбәһе —Ҡараташҡа походҡа барҙы.

Ҡараташҡа менеп баҫып, уҡыусылар Тыуған илебеҙгә арналған шиғырҙар ятланы һәм күмәкләп гимн башҡарҙы. Һуңынан иһә тәбиғәттә тәмле сәй эсеп, ял итеп ҡайттылар.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: