"Социаль әүҙемлек" проекты Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәте өсөн уңайлы шарттар булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Уның маҡсаты - 2024 йылға республиканың бөтә ҡала һәм райондарында волонтерлыҡ үҙәктәре асыу. Әле белем биреү учреждениелары, коммерциялы булмаған ойошмалар базаларында 308 шундай үҙәк бар. Йыл аҙағына уларҙың һаны тағы унауға артасаҡ, тип көтөлә.
Башҡортостан йәштәрен волонтерлыҡҡа өйрәтеү ниәтендә "Социаль әүҙемлек" проекты төрлө семинар, форумдар ҙа уҙғара. Йыл башынан бындай уҡыуҙарҙа 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Сентябрҙә йәш волонтерҙар республика слетында сығыш яһаны. Ә октябрь башында волонтер-медиктар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы эшләне.
Үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән ирекмәндәр "Башҡортостандың иң яҡшы 100 ирекмәне" йыйынтығына индерелде.