+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Октябрь 2019, 12:53

Имен юлдар һеҙгә!

Һүрәттәге был егет күптәргә, бигерәк тә райондың тау-урман төбәгендә йәшәүселәргә яҡшы таныш. Ласын Кинйәбулатов Асҡар — Буранғол маршрутын асып, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнә.

Һүрәттәге был егет күптәргә, бигерәк тә райондың тау-урман төбәгендә йәшәүселәргә яҡшы таныш. Ласын Кинйәбулатов Асҡар — Буранғол маршрутын асып, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнә.

Район үҙәгендә тыуып-үҫкән егет «водитель булам» тигән хыялын тормошҡа ашырып, Таштимер һөнәрселек училищеһында белем ала. Унан өс йыл райпола эшләп, тәжрибә туплағандан һуң, автопаркка бара. Ипле, яуаплы водителгә Магнитогорск, Сибай, Өфө ҡалаларына рейстарҙы ышанып тапшыралар. Тик биш йылдан автопарк ябылыу сәбәпле, эшһеҙ тороп ҡала.

Магнитогорскиҙа ҡала маршруттары буйынса автобуста бер аҙ йөрөгәс, Ласын Иштимер улы үҙ эшен булдырырға ҡарар итә. Шул рәүешле, 2011 йылда пассажирҙар ташыу менән булышасаҡ шәхси предприятиеһын аса. Буранғол маршрутын һайлай, сөнки башҡа яҡтарға рейстар йөрөгән була. Автобус маршруттары ябылғас, район үҙәгенә, бүтән ауылдарға нисек барып етергә, нимә менән ҡайтырға белмәй аптыранған урман яғы ауылдары халҡының ҡыуанысы сикһеҙ булғанын аңлатырға кәрәкмәйҙер. Иртәнге сәғәт етенән киске етегә тиклем сәғәт һайын йөрөп торған автобустар бик уңайлы. Асҡар эсендә, дауаханаға тиклем илтеү бигерәк тә оло йәштәгеләргә ҡулайлы. Тиҙ арала йомоштарын үтәп, кире юлға сығыусылар «һә» тигәнсе өйҙәренә ҡайтып та етә.

— Водитель иң тәүҙә пассажирҙарҙың сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн яуаплы. Баштан уҡ үҙемә һәм водителдәремә шундай талапты ҡуйҙым, — ти Ласын Кинйәбулатов. — Эш еңелдән булмаһа ла, ныҡ оҡшай, бөтә күңелемде, көсөмдө шуға арнайым.

Шәхси предприятиела дүрт «Газель» иҫәпләнә. Улар барыһы ла төҙөк, даими тикшереүҙәр үтеп тора, тахографтар менән тәьмин ителгән. Техниканы биш бармағы кеүек белгән Л. Кинйәбулатов автобустарҙың торошон үҙе ҡарап тора. Ул үҙе водитель дә, механик та, предприятие етәксеһе лә. Биш йыл һайын аттестация үтә, был юҫыҡта белемен камиллаштыра. Уның маршруттарында йөрөүсе пассажирҙар ҙа страховкаланған.

Ә юл йөрөүселәрҙе иң ҡыуандырғаны нимә тиһегеҙме? Автобуста, ғәҙәттә, ололар йөрөй һәм улар хаҡтарҙың артмауына һөйөнә. Бензин көндән-көн ҡиммәтләнһә лә, автобус билеттары тотороҡло ҡала. Асҡарҙан Буранғолға тиклем 65 һумға барып етергә мөмкин. Эшҡыуар Исхаҡта йәшәүселәрҙе лә онотмаған, улар юлға сығыр алдынан водителдәргә шылтыраталар һәм ауылдан барып алалар. Ғөмүмән, бөтә пассажирҙар йылы, таҙа автобустарҙа рәхәтләнеп йөрөй, игелекле водителдәргә изге теләктәрен, рәхмәттәрен әйтеп, төшөп ҡалалар.

Водителдәр Заһит Ғайсин, Ансар Ғибәҙәтов, Альберт Ишҡолов, Рафаэль Ғибәҙәтов һынатмайҙар, пассажирҙарҙы хәүефһеҙ йөрөтөү ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәп йөрөйҙәр.

— Егеттәр бик яуаплы, оҙаҡ эшләйҙәр, уларға үҙемә ышанған кеүек ышанам, — ти Ласын Иштимер улы. — Һөнәри байрам алдынан уларға эштәре өсөн рәхмәтемде еткерәм һәм бөтә водителдәрҙе лә ҡотлап, имен, хәүефһеҙ юлдар, һаулыҡ теләйем.

Үҙ көсө менән алға барған, ябай халыҡ мәнфәғәтендә кәрәкле эш асҡан һәм уңышлы эшләп килгән Ласын Кинйәбулатовтың юлдары ла тигеҙ, ҡаршылыҡтарһыҙ булһын.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: