Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы тарафынан әҙерләнгән ҡала мөхите сифаты индексына ярашлы Башҡортостандағы 21 ҡаланың алтауһы йәшәү өсөн уңайлы тигән статусҡа эйә булды. «Бәләкәй ҡалалар» категорияһында – Дүртөйлө һәм Ағиҙел, «уртаса ҡалалар»ҙа – Сибай, Туймазы һәм Бәләбәй, «ҙур ҡалалар» категорияһында Стәрлетамаҡ уңайлы тип билдәләнгән. Өфө ҡалаһына был исемлеккә инергә бер генә балл тулмаған.