Олатайым — Заман Сафин Мәхмүт ауылында йәшәй. Колхоз осоронда ул Киров исемендәге хужалыҡта алыштырғыһыҙ токарь була. Техника, ҡорамалдар өсөн бер ҡайҙан да табып булмаҫтай алмаш өлөштәрҙе олатайым «һә» тигәнсе эшләп тә бирә. Оҫтаны юллап ҡайҙан ғына килмәйҙәр?! Һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙа Заман Сабрахман улы. Заманы өсөн ул табыш, һирәк һөнәр эйәһе була һәм үҙ эшен мөкиббән бирелеп, дәртләнеп, яратып башҡара. Бер ваҡыт ниндәйҙер бер ҡулайлама кәрәк була. Бер ҡайҙа ла юҡ, колхоз етәкселеге уны эшләй алыусыға бүләк вәғәҙәләй. Тимерселектә эшләгән оҫталар береһе лә был аҙымды яһарға батырсылыҡ итмәй, олатайым ғына тәүәк-кәлләргә була һәм булдыра ла. Заман олатай уйлап сығарған әйберҙе күрергә райондан етәкселәр килә һәм уны эшләтеп күрһәткәс, телһеҙ ҡалалар. Ысынлап та, был эште башлы һәм ҡулы эш белгән кеше генә башҡара ала. Рационализатор олатайымды ҙурлап, ат бүләк итәләр. Олатайымдың алтын ҡулдары етештергән көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла бик күп. Һандыҡтан башлап йоҙаҡҡа тиклем уның хеҙмәт көсө менән булдырылған. Элек һатыуҙа һирәк булған дефицит әйберҙәрҙе, аптырап тормай, үҙе эшләгән. Шуларҙың береһе — манты бешереү өсөн яйланма. Әсәйем һаман да шуның менән файҙалана. Тап шундайҙы эшләп биреүен һорап, хатта күрше-тирә ауылдарҙан киләләр, бик күп хужабикәләрҙең рәхмәтен ала олатай. Бынан тыш, берәүҙәр унан самауыр һәмәген нығыттыртып ала, икенселәр ҡомарт-ҡы ҡомғанын ямата, ярҙам һорап килеүсе ир-уҙамандарҙың иһә иҫәбе-хисабы юҡ.
Колхоз тарҡалып, уның мөлкәтен һатып-тарата башлағастары, олатайым хужалыҡтың токарь станогын һатып ала. Хәҙер ул ҡапҡа эсендә тора. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, мөрәжәғәт итеүселәр әле лә өҙөлмәй. Берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Мин уның осҡон сәсрәтеп станокта эшлә-гәненен күҙәтергә яратам. Уның оҫта ҡулдары ниндәй генә әйберҙәр тыуҙырмай. Тыуған ере өсөн бик файҙалы, ихтирамлы кеше олатайым. Уға ҡарап һоҡланам һәм ғорурланам.