+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ноябрь 2019, 12:37

«Барлыҡ эшем, барса көсөм — балаларым өсөн»

— ти Салауат ауылында йәшәүсе замандаштарыбыҙҙың береһе Айһылыу Ғөбәйҙуллина.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Айһылыу биш бала бағыусы хәстәрлекле әсә. Тормош юлдары ҡатмарлы — яҙмыш уны ла әҙ һынамаған. Урта мәктәптән һуң Йәнекәй ауылы ҡыҙы юғары уҡыу йортона һынауҙы үтә алмағас, баҙап ҡалмай: төҙөлөштә хеҙмәт юлын башлай. «Трест Магнитстрой»ға штукатур-маляр булып урынлаша. Йәшләй генә кейәүгә сыға. Ләкин ғаилә тормошонан уңмай. Ике ҡыҙы атайлы үҫһен тип йәберҙәргә түҙеп йәшәй. Әммә сабырлыҡтың да сиге булалыр — иренән айырылып, бәләкәстәрен әсәһе ҡулына ҡалдырып, ҡалаға эшкә сығып итә. Ҡыҙҙарҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн аҡса кәрәк бит. Киләсәк яҙмышын бәйләйәсәк буласаҡ тормош иптәше Илдар менән «Монтажник» төҙөлөш ойошмаһында юлдары киҫешә. Иретеп йәбештереүсе булып эшләгән Салауат ауылы егете баштан: «Өйләнәм!» тип һүҙендә ҡәтғи торһа ла, Айһылыу икенсегә ғаилә ҡороу ҡарарына оҙаҡ килә. 2012 йылда ҡабаттан бәхетен һынап ҡарарға йөрьәт итә.

Шөкөр ҡыла бөгөнгө тормошона Айһылыу Һаҙый ҡыҙы. Илдары, ысынлап та, бөтә өмөттәрен аҡлаған. Ауылға ҡайтып төпләнгәндәр. Өс йыл элек шлакоблоктан ҙур итеп өй һалып ингәндәр. Йән киҫәктәре Диана һәм Резеда атай арҡаһын тойоп, һөйөүгә сорналып йәшәй был йортта. Тағы ла өс балаға ғүмер бүләк иткән бәхетле ҡатын. Данил быйыл беренсе класҡа барған, Азалия һәм Розалия бәләкәстәр әле. Ишле ғаиләлә кескәй туғандарын тәрбиәләшеүҙә әсәһенең уң ҡулы булған Диана туғыҙынсы кластан һуң Белорет педагогия колледжына уҡырға ингән. Бөгөн ата-әсәһе эштә саҡта бәләкәстәр өсөн 7-се класта уҡыусы Резеда яуаплы. Ғаилә башлығы Илдар Ғәзинур улы вахта ысулы менән Нижний Тагилда эшләй. Айһылыу Һаҙый ҡыҙы ла биш балаһының береһе менән дә оҙаҡ итеп декрет ялында ултырмаған. Кинйәкәйенең йәш тә өс айлыҡ сағында мәктәпкә ваҡытлыса ашнаҡсы итеп саҡырыуҙарын кире ҡаҡмаған. Унда эше бөткәс, хосписҡа санитарка булып урынлашҡан.

— Хосписта эш сменалы. Көндөҙгө ваҡытта бәләкәстәремде балалар баҡсаһында, төнгө сменаға киткәндә ашарҙарына әҙерләп, апайҙары менән ҡалдырырға тура килә. Аталары ялда булһа, бөтөнләй күңелем тыныс. Балалар нужа күрмәһен, тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн булһын, яҡшы тәрбиә алһын өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Йорт-ҡаралтыбыҙҙы артабан төҙөкләндерергә лә кәрәк. Шуға күрә ял көндәремә тура килтереп беренсе һөнәрем буйынса «шабашкалар» ҙа алам, — ти ул.

Эшһөйәр зат, бөтмөр әсә уңған йәмәғәтсе лә. Салауатта йәшәй баш-лағаны бирле ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы булып тора. Былтырҙан рәйес итеп тәғәйенләгәндәр. Мәҙәниәт усағы хеҙ-мәткәрҙәре менән төрлө саралар ойоштороп, ауыл тормошона йән өрөп тороусыларҙың береһе ул. Йәй башында ололарҙы һәм балаларҙы йәлеп итеп тәбиғәт ҡосағына ҡарға бутҡаһына алып сыҡҡан, дини ғәйеттәр, Ололар көнө айҡанлы табындар әҙерләүҙә лә башлап йөрөй. Ауылдың «Моһаҡ ынйылары» фольклор ансамбленең сағыу биҙәге лә. Таҡмаҡ-бейеүҙәр менән район күләмендәге конкурстарҙа сығыш яһайҙар, яңыраҡ милли кейем парадында ҡатнашҡандар. Спектаклдәрҙә лә уйнай Айһылыу. Театр йылына бағышлап Гөлшат Әхмәтҡужинаның «Нисек түҙер был йөрәк?» пьесаһын сәхнәләштергәндәр. Әлеге ваҡытта барған «Йырсы ауыл» бәйгеһендә яңғыҙ йыр менән һайлап алыу турын үтеп, ауыл биләмәһе буйынса йомғаҡлау концертында сығыш яһарға әҙерләнә. Йыр-моң һөйөүе оҙаҡ йылдар клуб мөдире булып эшләгән әсәһенән. Ғөмүмән, әсәһе — Алһыу Тайфур ҡыҙы Айһылыу өсөн һәр яҡтан үрнәк булып тора. Ул да биш бала тәрбиәләп үҫтергән, «Әсәлек» миҙалы менән бүләкләнгән. А. Һ. Ғөбәйҙуллина ла миҙалға документтарын тапшырған.

— Һәр сабый үҙ бәхете менән тыуа, — ти ул береһе алдында ултырған, икенсеһе муйынынан ҡосҡан ҡыҙҙарына һөйөү менән бағып. Ул арала бер бөртөк иркә генә малайы ла әсәһенә килеп һырылды. — Балаларым тыныс холоҡло, татыу, үҙ аллы. Өлкән ҡыҙҙарым яҡшы уҡый. Йыр-бейеүгә, спортҡа әүәҫтәр.

Заман ҡатын-ҡыҙҙарына хас булғанса Айһылыу ҙа машина йөрөтә. Хәләл тырышлыҡтары менән өр-яңы машина алғандар. Ауылдың иң осонда йәшәй улар. Өлкәндәрен мәктәпкә, бәләкәстәрен Ҡужанға балалар баҡсаһына йәһәт кенә илтеп ҡуя. Кәртә-ҡура төҙөп мал да тотмаҡсылар. Маҡсатлы, тырыш йәштәрҙең ниәттәре тормошҡа ашырына шигем юҡ.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.
Читайте нас: