“Демография” милли проекты сиктәрендәге “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу ” төбәк проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһындағы 6-сы балалар баҡсаһында 20 урынлыҡ яңы төркөм асылды.
Унда балаларҙың һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек биргән барлыҡ шарттар булдырылған, йыһаздар санитар-гигиена талаптарына яуап бирә.
Яңы төркөм асылыуы Туймазы районында өс йәшкәсә балаларға мәктәпкәсә белем биреү мөмкинлектәрен киңәйтеүгә булышлыҡ иткән. Төркөм исемлеге тулы – ике тиҫтәләп бәләкәс баҡсаға йөрөй башлаясаҡ. Был ғәмәл, шулай уҡ, мәшғүллек проблемаһын да хәл итә.
Фото: Туймазы районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенән.