+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2019, 12:29

Фатиха бирҙе әсәйҙәр

«Боевое братство» ойошмаһының Әбйәлил филиалы ағзалары Әсәйҙәр көнө алдынан Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған егеттәрҙең тыуған йорттарында булды.

«Боевое братство» ойошмаһының Әбйәлил филиалы ағзалары Әсәйҙәр көнө алдынан Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған егеттәрҙең тыуған йорттарында булды.

Был сәфәрҙең маҡсаты: улдарын юғалтҡан әсәйҙәрҙе байрам уңайынан тәбрикләп, бүләкләү, хәлдәрен белешеү, ярҙамлашыу ине.

Азамат Шәйәхмәтов, Салауат Хөснийәров һәм Вадим Юнысов батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Сиҙәмдән Илнур Ғүмәровтың әсәһе Миңзилә Мөхәмәйән ҡыҙына, Хәлилдән Илдар Хажиндың әсәһе Һәҙиә Фәтхитдин ҡыҙына, Әбделмәмбәттән Фәнис Фазылйәновтың әсәһе Йәмилә Хәбиб ҡыҙына сәскә гөлләмәләре, бүләктәр тапшырып, ҡыуандырҙы.

Төньяҡ Кавказда хәбәрһеҙ юғалған Илһам Шәрәфетдиновтың әсәһе Шәкирә Нәби ҡыҙына ойошма етәксеһе Рузил Низаметдинов инеп сыҡты. Шәкирә инәй улының ҡайтырына өмөтөн өҙмәй: «Иҫән ул, ҡоллоҡҡа эләккәндер, ҡасан булһа ла ауылына ҡайтып, тыуған тупрағына аяҡ баҫыр балаҡайым», — ти ул...

Сәфәр шәмбе көндө лә дауам итте. Был юлы Рузил Миңрәсүл улының төркөмөнә хәрби хәрә-кәттәр ветерандары Ирек Рысҡужин, Арман Жусупов, Илгиз Ялмырҙин ҡушылды. Улар төрлө йылдарҙа хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере ҡыйылған Салауаттан Айнур Әхмәтйәновтың әсәһе Рәхимә Хажиәхмәт ҡыҙына, Йәлембәттән Ринат Зәйнуллиндың әсәһе Ғәлиә Хәкимйән ҡыҙына, Иҫке Балапандан Әсләм Әхтәмовтың әсәһе Гөлнур Данияр ҡыҙына, Яйҡарҙан Венер Шаһимәрҙәновтың әсәһе Ҡәҙимә Хәким ҡыҙына, Михайловканан Камил Сафиуллиндың Буранғолда йәшәүсе әсәһе Рәйсә Сәлимйән ҡыҙына бүләктәрен тапшырып, изге теләктәрен еткерҙе.

Рөстәм Шәйәхмәтовтың Йәнгелдә йәшәүсе әсәһе Миңзилә Сәхи ҡыҙында иһә ошо төбәктә ветерандар ойошмаһын етәкләүсе Руслан Ишбирҙин менән Илшат Һибәтуллин булды.

Шулай итеп егеттәр ике көн эсендә бөтә районды урап сығып, оло ҡайғы кисергән әсәйҙәргә хөрмәт менән баш эйҙе, байрам менән ҡотлап, күңелдәрен үҫтерҙе. Онотмауҙары, иғтибарҙан айырмауҙары, һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ҙур эш башҡарғандары өсөн әсәйҙәр уларға күҙ йәштәре аша фатихаһын биреп, рәхмәт әйтеп ҡалды.

Резеда ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: