Муниципаль шыршы урынын яңырта. Быға ҡәҙәр ул «Уңыш» стадионында балҡып ултырһа, ағымдағы йылдан юл ашаһында ғына урынлашҡан хоккей майҙансығы янына ҡуйыла. Асҡар ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре шыршының тимер каркасын йыйып, уны ылыҫ ботаҡтары менән биҙәй башлаған да инде. Ҡышҡы әкиәти ҡаласыҡ та яңы майҙанда ҡороласаҡ. Буласаҡ һырғалаҡ өсөн ҡар өйә башлағандар. Бында шулай уҡ конькиҙа шыуыу өсөн боҙ майҙансығы ла эшләнәсәк.
– Спортсыларҙың һорауы буйынса шыршы майҙанын күсерергә тигән ҡарарға килдек. Сөнки стадион оҙаҡ ваҡыт төп тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай. Йыл һайын ҡаласыҡтарҙан ҡалған ҡар өйөмдәренең һәм ҙур-ҙур боҙ киҫәктәренең яй иреүе, уларҙан хасил булған күләүектәрҙең оҙаҡ кипмәй ятыуы спортсыларға асыҡ һауала шөғөлләнергә ҡамасаулай. Өҫтәүенә ер ҡарҙан әрселгәс, майҙанда туҙып ятҡан сүп-сарҙы ла уларға йыйып алырға тура килә. Шыршыны икенсе урынға күсереү алдан уйланылған эш. Был турала Асҡар халҡы хәбәрҙар. Ауыл биләмәһенең «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөндә йәйгеһен үк белдереү булды, июль айында йәмәғәт фекерен ишетеү өсөн мәсьәләне тауыш биреүгә ҡуйҙыҡ. 500-гә яҡын кеше тауыш биреүҙә ҡатнашып, уларҙың 81 проценты ыңғай тауыш бирҙе, хуплаусы фекерҙәр ҙә күп булды, – тине ауыл биләмәһе башлығы Д. И. Харрасов.
Яңы урын бәләкәй, тар түгел, тигән ҡарашта биләмә башлығы. Компактлы, уңайлы һәм, стадиондан айырмалы, ышыҡ буласаҡ, ти ул. Машиналар ҡуйыу өсөн урын мәсьәләһе лә күҙ уңынан ысҡындырылмаясаҡ. Майҙансыҡтың төп ҡапҡаһы Пионер урамы яғына ҡараясаҡ. Әйткәндәй, алдағы йылдарҙың әсе һабағы буйынса вандалдарға ҡаршы видеокүҙәтеү камералары ла урынлаштырыласаҡ.
Үҙәк урамдарҙа Яңы йыл уттарын ҡабыҙыу буйынса гирляндалар һуҙыу буйынса ла әҙерлек бара.