+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2019, 13:15

Тормошомдоң һәр мәле матур

Районда Сәләх Йомағужинды белмәгән кеше һирәктер ул. Һәр кемгә иғтибарлы, мөләйем, яуаплы етәксе булараҡ уны халыҡ хөрмәт итә.

Районда Сәләх Йомағужинды белмәгән кеше һирәктер ул. Һәр кемгә иғтибарлы, мөләйем, яуаплы етәксе булараҡ уны халыҡ хөрмәт итә, ихлас, ярҙамсыл булғаны өсөн туғандары ярата, ә балалары, ғүмер юлдашы өсөн ул егәрле, уңған ғаилә башлығы һәм хәстәрлекле, яғымлы атай. Сәләх Салауат улы ошо көндәрҙә 60 йәшлек юбилейын билдәләй.

Башланғыс кластарҙа уҡыған сағында Сәләхтең ата-әсәһе Әбйәлилгә килеп төпләнә. Учалы районы гәзитендә эшләгән Салауат Таяр улын 1969 йылда «Осҡон» редакцияһына күсерәләр. Асҡар урта мәктәбен тамамлаған егет Таштимер һөнәрселек училищеһына йүнәлә һәм тракторист-машинист һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын ул «Сельхозтехника»ла башлай. Ауыл хужалығы машиналарын йыйып-ҡороусы слесарь була. Хужалыҡтарҙың гөрләп эшләгән мәле, техника ла күпләп ҡайтарыла. Хатта тракторҙарға алмаш өлөштәр етмәгәс, уларҙы йүнләп алып ҡайтыу өсөн командировкаға оҙаталар.

— Волгоград ҡалаһындағы трактор заводына барып, ДТ-75 тракторы өсөн алмаш өлөштәр эшләү өсөн конвейер артына баҫырға тура килде. Аптырап торманыҡ, кәрәкле запчастәрҙе яһап, районға алып ҡайттыҡ, — ти алыҫ йәшлек йылдарында ҡалған тәүге хеҙмәт йылдарын иҫләп Сәләх Салауат улы. — Институтта уҡығанда, практика мәлендә лә Горький автомобиль заводында станокта эшләнем.

1986 йылда С. Йомағужин Магнитогорск дәүләт педагогия институтын тамамлай. Дәүләт урта мәктәбенә физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Педагог булараҡ тәүге хеҙмәт тәжрибәһен ошонда алғанға уҡытҡан йылдарын айырым йылылыҡ менән хәтерендә һаҡлай.

— Балалар менән эшләү бик оҡшай торғайны. Эскерһеҙ, ихлас малайҙар-ҡыҙҙар менән уртаҡ тел тиҙ таптыҡ. Мәктәптәрҙә йәш быуынды хеҙмәткә өйрәтеү, һөнәр һайлау буйынса дөрөҫ йүнәлеш биреүгә иғтибар ҙур ине. Беҙ өлкән класс уҡыусылары менән Дәүләт фермаһына йөрөнөк. Төп бурысыбыҙ — быҙауҙар ҡарау булды. Балалар ҡасан фермаға барабыҙ тип, «тәрбиәләнеүселәре» янына атлығып торҙо. Яҡшы ашатыу-эсереүҙән һәм ҡулға эйәләшкән иркә быҙауҙар туп-тумалаҡ булып көрәйҙе, — ти С. Йомағужин. — Хеҙмәт дәрестәрендә малайҙар сөй-сүкеш тоторға өйрәнде. Балалар баҡсаһы өсөн йыһаздар, башҡа кәрәк-яраҡ эшләү балаларға мауыҡтырғыс ине.

Тыныс, яуаплы педагог коллективта тиҙ арала хөрмәт яулай. Һөнәрен яратҡан уҡытыусыны етәкселек тә күҙ уңынан ысҡындырмай.

1996 йылда Сәләх Салауат улын Асҡар урта мәктәбе директоры итеп ҡуялар. Иң тәүҙә белем усағының ярым емерек фойеһын ремонтлау, уңайлыҡтар булдырыуға көс һала. Ойоштороу эштәренә маһир, булдыҡлы етәксегә күп тә тормай район үҙәгендә яңы төҙөлөп сафҡа ингән 2-се мәктәпте ышанып тапшыралар. Бында бихисап хужалыҡ эштәрен хәл итергә, белем усағына гимназия статусын биреү өсөн документация әҙерләргә тура килә.

Һәр яҡтан килгән, үҙен оҫта етәксе итеп танытҡан Сәләх Йомағужинды район хакимиәтенә саҡыралар. Бер аҙ эштәр менән идарасы булғас, уға оло ышаныс белдереп, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Күп көс, ваҡыт талап ителгән яуаплы вазифала тиҫтә йылдан ашыу эшләй.

2009 йылдан ул Пенсия фонды начальнигы. Бында ла өлгөр етәксе байтаҡ эште яйға һала: пенсия идаралығы бинаһына капиталь ремонт яһала, хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырыла, оҙон сираттарҙы бөтөрөү маҡсатында клиент хеҙмәте асыла. Хужаның эш бүлмәһе лә килгән-киткәндәр өсөн һәр ваҡыт асыҡ.

— Ололарҙы һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлайым, ярҙам итергә тырышам. Улар күп осраҡта мәғлүмәт етмәү, ниндәйҙер яңылыҡтарҙы аңламау арҡа-һында килә бит. Рәсми телдә яҙылған үҙгәрештәрҙе ябай ғына итеп төшөндөрөргә тырышам, — ти етәксе. — Йыш ҡына ярһып, көйәләнеп килеп ингән апа-инәйҙәр аңлап, тынысланып, рәхмәттәр әйтеп сыға. Собес ябылғас, аптырап миңә килеп инәләр. Уларға ла ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген өйрәтәм.

Берәүҙе лә кире бороп сығармай, яғымлы ҡаршылаған начальникка психолог та булырға тура килә. Пенсияһы аҙ сығыуға бошонғандарҙы йыуатып, бергәләшеп төрлө юлдар ҙа эҙләйҙәр. Районда ун меңдән ашыу булған ололарҙың үҙ проблемалары, зарҙары, улар барыһы ла яҡлау, ярҙам эҙләп Сәләх Салауат улына килә.

— Ғәҙәттә, юбилей билдәләгәндә үткән ғүмергә әйләнеп ҡарап, һығымталар яһайҙар, 60 йәшкә аяҡ баҫҡанда ни әйтерһегеҙ?

— Беҙ бала саҡта алтмыш йәшлектәр таяҡҡа таянған, аҡ һаҡаллы бабайҙар ине. Ул замандарҙа тормош ауырлығы кешене иртә ҡартайтҡандыр, — ти юбиляр. — Ғүмеремдең һәр мәле матур, ҡыҙыҡлы. Онотолғоһоҙ студент, йәшлек йылдары, яҡты киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап эш башлаған осор, иңемә ҙур хәстәрҙәр, яуаплылыҡ өҫтәгән вазифалар — барыһы ла мине шәхес булараҡ үҫтерҙе, аҡыл, тәжрибә бирҙе. Йәшәлгән йылдарым барыһы ла яҡын, ҡәҙерле. Ошо арауыҡта һәр саҡ минең янымда булған, аңлап, яҡлап торған ғүмер юлдашым Әлмира Наҡип ҡыҙына рәхмәтлемен. Уның менән ул һәм ҡыҙ үҫтерҙек. Бөгөн ике ейәнсәргә олатай-өләсәй булып, уларҙың шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәйбеҙ.

Башҡарған ғәмәлдәре өсөн хаҡлы рәүештә абруй ҡаҙанған, ғүмеренең олпат мәленә аяҡ баҫҡан Сәләх Салауат улына артабан да ихтирам тойоп, бәрәкәтле тормош кисерергә яҙһын.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: