+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Декабрь 2019, 11:05

Һалым аҡсаһын ҡайтарып була

Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, әгәр республикала йәшәүселәр һалым түләүгә льготалары булыуын белмәйенсә транспорт йәки милек һалымын түләгән икән, аҡсаһын кире ҡайтара ала.

2 декабрҙән бөтә төр һалымды мотлаҡ түләү ваҡыты үтте. Әммә был датанан һуң кемдәр һалымын түләмәгән финанс йөкләмәләре һаҡлана, һалымдан тыш, пеня ла түләргә тура киләсәк. К.Толкачев аңлатыуынса, «Демография» милли проектына ярашлы, быйылғы йылда күп балалы ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләүселәр тәү тапҡыр транспорт һалымынан азат ителгән. Ошо ташламаны алыр өсөн был ғаиләләр, һалым инспекцияһына йәки күп функциялы үҙәккә ғариза менән мөрәжәғәт итер тейеш. Ай дауамында бирелгән ғариза ҡаралып, һалым органдары льготалар биреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау төбәк министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы Башҡортостан Республикаһында 46 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй. Тағыла 15 мең инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә бар. Эксперттар билдәләүенсә, ошо төр льгота биреүҙән республика ҡаҙнаһы килеме киләһе йылда 150 миллионға әҙерәк буласаҡ.
Читайте нас: