+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Декабрь 2019, 11:40

“Экология” милли проекты. 2020 йылда – 31 миллион төп ағас!

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылда республика буйынса 3 мең гектарға яҡын биләмәләрҙә ағас ултыртыу планлаштырыла.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылда республика буйынса 3 мең гектарға яҡын биләмәләрҙә ағас ултыртыу планлаштырыла. Махсус питомниктарҙа тәрбиәләнгән 62 млн. төп үҫентенең яртыһын ҡырға сығарып ултыртыу күҙаллана. Уларҙың 98 проценты ҡулланыш йәһәтенән ҡиммәтле ылыҫлы ағас төрҙөренә ҡарай.
“Экология” милли проекты сиктәрендә ағымдағы йылда урмандарҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирелгән. Барлығы 13,9 мең гектар ерҙә яңы ағас ултыртылған, һирәкләү эштәре башҡарылған, тәбиғи шарттарҙа шытым биргән үҫентеләр ҡарауға алынған. Урман хужалығы министрлығы 2019 йылға планлаштырылған эштәрҙе тулы күләмдә атҡарып сыҡҡан. Әйткәндәй, ултыртылған йәш ағастарҙың 80 проценты ерегеп үҫеп китә. Ҡулай тәбиғи шарттарҙа был күрһәткес 93 процентҡа етә.
Читайте нас: