+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2019, 12:34

Рухлы булһын балалар

Бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө — 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә арнап күп саралар уҙғарылды.

Бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө — 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә арнап күп саралар уҙғарылды. Район үҙәк китапханаһы ла әһәмиәтле ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Китапханасы Айгөл Тоҡомбәтова район балалар әҙәбиәте ойошмаһы етәксеһе Фәнүзә Биктимерова менән «Мин башҡортса һөйләшәм» тип аталған йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы сара үткәрҙе. 1-се Асҡар урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зиниә Ғәлләмова) һәм Красная Башкирия мәктәбенең (Зөлхизә Әхмәтшина) уҡыусылары башҡорт телен генә түгел, ауыҙ-тел ижадын, тарихын, мәҙәниәтен белеүгә көс һынашты. «Ирәндек» һәм «Таңатар» командалары туған телгә ҡағылышлы һорауҙарға тиҙ һәм дөрөҫ яуаптар биреүҙә ярышты. Уҡыусыларҙың сығышын китапхана директоры Зөлхиә Исхаҡова менән хаҡлы ялдағы педагог Фәрзәнә Хамматова баһаланы. Улар балаларҙың рухлы булыуын, башҡорт телен белеүҙәрен билдәләне һәм шундай мауыҡтырғыс сара өсөн Айгөл Афзал ҡыҙына рәхмәт белдерҙе. Үҙҙәрен аҡыллы, белемле итеп күрһәткән уҡыусылар грамота һәм бүләктәр алып ҡыуанды.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: