-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Ғинуар 2020, 13:45

Бәпестәр тағы артыр әле

«Демография» милли проекты 2024 йылға тиклем тыуым коэффициенты бер әсәгә 1,7 балаға тиклем артасаҡ, тип күҙаллай.

бер әсәгә 1,7 балаға тиклем артасаҡ, тип күҙаллай.
Һуңғы 10 йыллыҡта Рәсәйҙә кеше һаны кәмеүе күҙәтелә. Айырыуса 20 – 29 йәшлек — бәпәй таба торған йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыш үлеүе хәүефкә һала. Шул уҡ мәлдә сабыйҙарҙың үлемен кәметеүгә өлгәшелде, тип билдәләй вице-премьер Татьяна Голикова.
Тыуымды арттырыу, демографияны яҡшыртыу буйынса маҡсатлы дәүләт программалары эшен дауам итәсәк. Милли проект сиктәрендә, атап әйткәндә беренсе, икенсе һәм өсөнсө бәпес тыуғанда айлыҡ түләмдәр (уртаса йәшәү минимумы күләмендә), өсөнсө балаһы булған ғаиләләргә ташламалы ипотека, әсәлек капиталы, күп балалылар өсөн күсемһеҙ милеккә һалым буйынса ташлама, балалар баҡсалары төҙөү, декрет ялында булған әсәләрҙе икенсе һөнәргә уҡытыу кеүек программалар бар.
Читайте нас: