+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2020, 11:35

Пенсия реформаһы демография күрһәткесендә иҫәпкә алынды

Рәсәйҙең федераль статистика хеҙмәте 2035 йылға тиклемге демографик ауырлыҡты күҙаллауында пенсия йәшен арттырыуҙы иҫәпкә алды.

Яңынан иҫәпләүҙәр буйынса 2035 йылға ҡарата демографик иҫәпләүҙәр буйынса 1 мең эшләүсе рәсәйлегә 622 эшкә яраҡһыҙ (балалар һәм пенсионерҙар) тура килә, шуларҙың 391-е пенсионерҙар. Алдағы 2018 йылғы иҫәпләүҙәр буйынса ошо уҡ 2035 йылға 1 мең эшләүсе кешегә, 839 эшкә яраҡһыҙҙар, шуларҙың 553 пенсионер тура киләсәк тип күҙалланғайны. Эшләүселәр һанынан ҡарата эшкә яраҡһыҙҙар һаны ни тиклем күп, шул тиклем демографик ауырлыҡта көслөрәк була бара, сөнки эшләгәндәр Рәсәй пенсия фондының килем өлөшән булдыра. Ошо уҡ ведомство иҫәпләүе буйынса 2018 йылда эшләүселәр 75,8 миллион булһа, 2036 йылда 79,2 миллион буласаҡ тип һанайҙар.
Читайте нас: