-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ғинуар 2020, 11:49

Ауыл ҡатыны

Төшкө сәйгә туҡтаған арала Маһикамал терһәгенә ирҙәрсә таянып ятып ала ла, үҙе салғы сүкей. Бар тирә-яҡ «сыңҡ-сыңҡ» иткән тауышҡа күмелә.

Күршеһенең ҡойма аша «Әйҙә, әй, ҡуҙғалайыҡ», — тип өндәшкәнен көтөп йөрөй торғас, ихатаһы эсендә әллә күпме эш башҡарып өлгөрҙө Мәрхәбә. Әле генә һауған һөтөн һалҡын ергә ултыртып, өҫтөн япты, тауыҡтарына ем һалды. Тыш бейәләй кейеп тороп, кәртә буйындағы ата кесерткәндәрҙе йолҡто. Шул саҡ башына:

— Туҡта әле, был Маһикамал улай оҙаҡ йоҡлап ятмаҫ, үҙем барып әйләнәйем, — тигән уй килде.

Мәрхәбә шәпләп атлап күрше йортҡа йүнәлде. Урам ҡапҡаһын асып ингәс, ихата эсенә күҙ йүгертте.

Инде байтаҡ ҡына йылдар малайын тәрбиәләп, мал көтөп, яңғыҙы йәшәүенә ҡарамаҫтан, Маһикамал әхирәтенең кәртә-ҡураһы, ғәҙәтенсә, бөтөн. Балалар уйнап, әүрәүен үтә тишеп бөткән оя башына ла әллә ҡайһы арала йәш бесән килтереп япҡан.

— Әй, өлгөр ҙә инде үҙемдең әхирәт, — тип уйлап алды Мәрхәбә. Үҙе:

— Ғүмере ҡыланмағаныңды ни, быға тиклем йоҡлап, — тип һөйләнә-һөйләнә килеп аласыҡ ишеген асып ебәрҙе.

Әхирәтенең дә, улы Тимерғәлиҙең дә йыйыштырылмаған буш урындарын күргәс кенә Мәрхәбәнең аңына барып етте. Бындай мәлдә йоҡлап ята торған кешеме һуң инде Маһикамал!? Ул бит ҡояштан да алда тороп, малайын эйәртеп, сабынлығына киткән. Күршенән ҡалышып тороп булмаҫ инде тип, Мәрхәбә, тутығып бөткән иҫке йоҙаҡ менән өйөн бикләгәс, кистән әҙерләп ҡуйған төйөнсөгөн иңбашы аша ташланы ла салғыһын тотоп, ауыл осона ҡарай атланы.

Был мәлдә ауыл, яңы уянып, солан ишектәренең, ҡапҡаларҙың шығырлап асылғаны ара-тирә ишетелә генә башлағайны.

Ана, ике күршенең бер-береһенә терәлеп кенә ятҡан сабынлығы күренде лә. Арыраҡ ҡарайып ятҡан батҡаҡлы һаҙҙан шомланып, күптәр был ерҙән сабын алырға теләмәне. Ҡара һаҙға бәйле әллә күпме ҡурҡыныс хәбәр йөрөй халыҡ телендә. Шунан ҡурҡалар.

Имеш, күрше ауыл кешеһе ҡайҙандыр ҡайтып барған. Арбала ҡатыны, үҫмер улы ла булған. Төн һиллегенән рәхәтләнеп, саф һауа һулап, ойоп ҡына китеп барғанда улар әллә нисек сәйер, йән өшөтөрлөк тауыш менән, ҡурҡыныс итеп көлгән тауыштан тертләп китәләр. Көлөү тағы-тағы ҡабатлана. Улы менән ҡатынының ҡурҡыштан ҡоттары осоп, арбанан ҡолап ҡала яҙғандарын күргән ир сыбыртҡыһын шартлатып, атын йән-фарман ҡыуырға тотона. Ләкин бире бисәләре лә ҡалышмай икән. Улар быларҙы үсекләп, арба ҡанатына бер тотоноп, бер кире сигенеп, шомло тауыш сығарып, көлә-көлә өҫтәренә менеп киләләр тей.

— Туҡта әле, ҡулымда бынауындай ҡайыш сыбыртҡы барҙа ниңә мин быларҙан ҡасып барам, — тип ир дилбегәне улына тоттора ла арбанан һикереп төшә.

— Бына һиңә, бына һиңә! — тип алдан килгәненә бер нисә тапҡыр ғәйрәт менән яндыра тарта.

Сыбыртҡы осондағы ҡаты төйөр һырт буйына, ҡотһоҙ битенә эләгеүҙән бире бисәһе үрле-ҡырлы һикерә, әллә ниндәй ҡырағай тауыш менән олорға тотона. Һаман сайылдап көлөүҙән туҡтамаған икенсе бирене лә ярһып ҡайыҙларға тотона ир.

Үҙе бер туҡтауһыҙ:

— Тағы кәрәкме, мә һиңә, мә һиңә! — тип ҡабатлай. Үсе ҡанғансы яра тегеләрҙе.

Ендәрҙән өркөп тыпырсынған, тәртәнән аша һикереп сығырҙай булып үрәпсегән бейәне көскә тыйып тота алған улы ахырҙа:

— Атай, ҡайтайыҡ инде, — тигәс кенә туҡтай ир. Битенән, арҡаһынан субырлап тир ағып торһа ла ул үҙендә әйтеп аңлатҡыһыҙ еңеллек тоя. Йәһәтләп килеп арбаға ултырғас:

— Ныҡ тотоноп ултырығыҙ, — ти ҙә дилбегәне ҡаға. Аҡбәкәл, был ҡурҡыныс урындан тиҙерәк-тиҙерәк ҡасырға теләп, шәп итеп юртып китә. Ауыл эргәһендәге йылғаға еткәс, ат йотлоғоп һыу эсергә керешә. Арбалағылар, әле генә булып үткән ҡурҡыныс хәл тураһында һөйләшеү түгел, ул турала иҫтәренә лә төшөрөргә теләмәгәнлектән, бейәнең йүгәнен шылтыратып, башын йән-яҡҡа сайҡай-сайҡай һыу эскәнен тын ғына күҙәтеп ултыралар.

Әлбиттә, был ваҡиға яҡын-тирә ауылдарға ла билдәле булды. Ҡара һаҙҙың билгә етеп торған ҡуйы үләненә ҡыҙығып йөрөгән кешеләр ул яҡҡа боролоп та ҡарамаҫ булды. Колхозсыларға сабын бүлеү йыйылышында бригадир:

— Ҡара һаҙҙы кемгә бирәбеҙ? — тип уйынлы-ысынлы һорай ҡуйҙы. Үҙе мыйыҡ аҫтынан мут йылмайҙы. Халыҡ «геү» итеп ҡалды, көлөшкән тауыштар ҙа ишетелде.

Күптәрҙең йөҙөндә аптырау, ғәжәпләнеү билдәһе.

— Ысынды һөйләйме был, буштымы. Берәүҙең дә унда бармаҫы билдәле бит инде.

Бригадир Ғәлләм һорауын тағы ҡабатланы.

Шул саҡ урта тирәләрәк ултырған Маһикамал һикереп торҙо:

— Үҙем алам, үҙем, — тине ул ышаныслы итеп. — Аттай кәүҙәм менән бире бисәләренән ҡурҡып тормаға ни, — тип шаҙра йөҙөн киң йәйелдереп көлдө лә, — ҡайыш сыбыртҡы беҙҙә лә бар, бабайымдан ҡалған, — тип өҫтәне.

Уның ире, Маһикамалдың үҙе кеүек эре һөйәкле, ҙур кәүҙәле Балапан ике-өс йыл элек ауырып ҡапыл ғына үлеп ҡалғайны. Инде бына байтаҡ йылдар Маһикамал шунда бесән саба. Малайы ла хәҙер ҙурайҙы. Әсәһе менән йәнәш төшөп, етенсе салғы менән арыуыҡ итеп һелтәй бесәнде.

— Әсәй, ҡана салғыларҙы үҙем сүкейем, — тип тә ебәрә ҡайһы саҡта. Ләкин салғы сүкеү кеүек мөһим эште малайына ышанып тапшырмай әле. Төшкө сәйгә туҡтаған арала терһәгенә ирҙәрсә таянып ятып ала ла, үҙе сүкей. Бар тирә-яҡ «сыңҡ-сыңҡ» иткән тауышҡа күмелә. Эй яҡын да инде күңелгә салғы тауыштары! Нисек кенә ауыр эш булмаһын, ҡышҡы кистәрҙә, бер-береһенә ашҡа йөрөшкәндә, бесән әҙерләүҙең иң ҡыҙыҡ, күңелле яҡтарын ғына иҫкә төшөрә ауыл кешеләре.

Ә теге бире бисәләренең эҙе мәңгелеккә һыуынды был тирәнән.

Салғыларын сүкеп, ялан яңғыратып янып алғас, Маһикамал тағы сабырға тотондо, ә Тимерғәлигә йомшаҡ, шыйыҡ ҡына үләнле бер урынды соҡой торорға ҡушты. Башына һарғылт яулыҡты сөйөп бәйләгән, өҫтөнә йәшел биҙәкле аҡ күлдәк кейгән ҡатындың арыу белмәй эшләгәнен ҡарап торһа икән берәү, ул уны ниндәйҙер хикмәт менән ялан уртаһында үҫеп сыҡҡан, һары шәл суҡтарын ел иркенә ҡуйып, ғорур башын ҡояш нурҙары ыңғайына борған көнбағышҡа оҡшатыр ине, моғайын.

Шулай ҡыҙығып саба торғас, көндөң кискә ауышҡанын да һиҙмәй ҡалған Маһикамал.

— Уй-й, улым, балаҡайым, ҡайта һалайыҡ. Яныуҙы, түшке-сүкеште анау иҫке сумкаға һал да ағас ботағына эл, — тине лә ҡатын үҙе алып ҡайта торған кәрәк-яраҡтарын киндер сепрәккә төйнәне. — Бөгөн салғыларҙы ҡалдырып ҡайтайыҡ. Бар, ике салғыны ла анау ҡороған ағастың аҫҡы ботағына эл.

Әсәһенең ҡушҡандарын теүәл үтәп, үҙен уның яҡлаусыһы итеп тойоп йөрөгән Тимерғәли был йомошто ла йәһәт кенә атҡарып ҡуйҙы. Ике яҡлап юл ситенә теҙелгән уҫаҡтарҙың үҙ-ара шыбырлашҡандарын тыңлап килә торғас, Күк һыйыр күперенә килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалғандар. Күперҙе үтеп, уңға ҡайырылғас, ҡараһалар, баҫыу ситендә бер комбайн туҡтап тора. Кешеләре күренмәй. Ә-ә, ана улар, ағас ышығында тамаҡ ялғарға туҡтаған икән. Олорағын таный Маһикамал, күрше ауылдыҡы, Хәлил, ә икенсеһен белмәй. Уныһы йәш кенә үҫмер, бөтөнләй малай ғына.

Ни бары ике йылдан ошо үҫмерҙең Бөйөк Ватан һуғышына алынып, авиацияла һауа уҡсыһы булып фашистарға ҡаршы көрәшәсәген, Бөйөк Еңеүҙе Польшаның Бреслау (хәҙерге Вроцлав) ҡалаһында ҡаршыларын, һуғыштан һуң Магнитогорск металлургия комбинатының прокат цехында эшләп, оҫта саңғысы булып танылырын, фотоһүрәте комбинаттың Почет таҡтаһында эленеп торасағын берәү ҙә күҙ алдына ла килтермәй ине ошо минуттарҙа.

Комбайнерҙарға хөрмәт менән һаулыҡ һорашты ла Маһикамал, Тимерғәлиҙе алға сығарҙы.

— Бына, һеҙгә ярҙамсы алып килдем, — тине үҙе киң йылмайып. Ҡатындың шаяртҡанын аңлап торһа ла, өлкән комбайнер ихлас яуапланы:

— Ниңә, әйҙә, әйҙә, беҙҙән кеше артмай. Икәүҙән өсәү яҡшы. Үҙе ярҙамсыһына ҡарап күҙ ҡыҫты.

— Ысын әйтәһегеҙме, ағай? Мин комбайндан да, эштән дә ҡурҡып тормайым ул, — тип Тимерғәли комбайндың баҫҡысы буйлап өҫкә үрмәләне. Маһикамал да, комбайн хужалары ла нимәлер әйтеп өлгөргәнсә, малай кабина эргәһендәге майҙансыҡта баҫып тора ине инде.

— Ағай, ағай, — тип ҡысҡырҙы Тимерғәли үҫмергә ҡарап, — бынау һауыттың исеме нисек ул?

— Һауыт түгел, бункер, — тине ярҙамсы ҡаты ғына тауыш менән.

— Ә миңә кабинаға ултырып ҡарарға яраймы? —тип тағы һораны малай.

— Ултыр, ултыр. Тик оҙаҡлама, йәме, төш. Беҙгә ҡуҙғалырға ваҡыт, — тине өлкән комбайнер Хәлил.

Малайына әсәләрсә наҙ тулы күҙҙәре менән яратып, һоҡланып баҡты Маһикамал.

Комбайндың иген тартҡысына ҡыҫылған сүп-сарҙы оҙон таяҡ менән таҙартып торған үҫмерҙе танырға теләгәндәй, текләп ҡараны ҡатын. Тик таный ҙа, кемгәлер оҡшата ла алманы.

— Әйҙә, балам, ҡайта һалайыҡ. Тиҙҙән мал да күренер.

Улар ауыл яғына йүнәлде. Көнө-төнө колхоз эшенән бушамаһалар ҙа, нисектер яйын табып, ҡараңғы төшкәнсә сапҡан бакуйҙары ла күптән кипте. Ана улар һап-һары булып, әллә ҡайҙан күренеп ята.

«Ошо ғына бакуйҙарымды йыйып алһам, тағы бер-ике көн сабырлыҡ ҡына ер ҡалыр ине», — тип уйлай Маһикамал.

Әмәлгә ҡалғандай, икенсе көн төшкө ялға туҡтаған арала бригадир: «Егеттәр, бесән әҙерләү йөкләмәһен тултырҙыҡ тиһәк тә була. Тағы бер ынтылһаҡ, планды арттырып үтәйәсәкбеҙ. Айырыуса тырышҡандарға премия вәғәҙә итте председатель Сәлимов ағай. Ә хәҙер барығыҙ, көндәр ҡоро торған саҡта, бер аҙ үҙегеҙҙе хәстәрләгеҙ», — тигәс, колхозсылар, ҡабалана-ҡабалана, эшкә алып йөрөгән кәрәк-яраҡ нәмәләрен йыйырға тотондо.

Күптәр тура үҙ сабынына юл тотто. Ҡапыл ғына тау артынан ҡалҡып сыҡҡан ағас ҡалаҡ башы ҙурлығындай күкһел болотҡа иғтибар итеүсе лә булманы. Маһикамал да тырма-һәнәген яурынына һалып, төйөнсөгөн тотоп, сабынлығына ҡарай атланы.

Көндәр аяҙ торғас ни, бесән бакуйҙары йыйыуҙы ғына көтөп, кибеп ята. Шәпләп йыйып, бер күбә күбәләне Маһикамал, шунан икене, өстө күбәләне. Асыҡ яурынына «тып» итеп килеп төшкән тамсыны ла абайламаны ул. Эре тамсылар йышыраҡ тыпылдаша башлағас ҡына ул, башын күтәреп, күккә ҡараны. Баяғы ағас ҡалаҡ ҙурлығындай болот ҡабарған-ҡабарған да нәҡ Маһикамалдың сабыны өҫтөндә яуа башлаған. Шәп яуҙы ямғыр, ҡойҙо ғына. Әле генә йыйған бесән өйөмдәре үтәнән-үтә еүешләнде.

Маһикамал ямғырҙан ҡасырға уйламаны ла. Тамсылап һыуы ағып торған күлдәк итәген бөрә тотҡан килеш, байтаҡ ҡына ваҡыт уйланып баҫып торҙо. Киң яланда бер үҙе. Анау Мәрхәбә: «Ғүмер буйы яңғыҙым утын, бесән әҙерләүҙән арыным», — тип беренсе тапҡыр күргән кешегә кейәүгә сыҡҡан булып китте бит. Йә Тимерғәли янында түгел. Ул да үҙенең хәйләһеҙ аҡылы менән кәңәшкә ярап ҡалыр ине.

Маһикамал бер ҡарарға килде буғай, ныҡлы аҙымдар менән салғыһы эленеп торған яҡҡа атланы.

Алды салғыһын, үткерлеген тикшерҙе. Туғай яңғыратып янып ебәргәс, тотондо Маһикамал сабырға. Ошоғаса үҙ йүнен үҙе күреп, малына ҡышҡа етерлек бесәнде лә, туған-тумасаһына бәлә һалмай ғына, үҙе әҙерләп ала килгән ҡатындың былай дәртләнеп бесән сапҡаны юҡ ине әле.

Салғыһын янып ала ла саба. Тирә-яғына ҡарап алырға ла форсаты юҡ.

Был мәлдә инде күптән ҡояш байып, урман өҫтөнә шыйыҡ ҡына күкһел томан төшкәйне. Шунда ғына сабыуҙан туҡтаны ҡатын. Башындағы яулығын рәтләп ябынды, әле генә сапҡан бакуйҙарына һоҡланып ҡарап торҙо, йәш үләнде услап салғыһын һөрттө, ағас араһына индереп йәшерҙе. Шунан ҡапыл:

— Уй-й-й, һыйырым баҡырып торалыр, — тип ҡайтырға ҡабаланды. Һаҙ ситендәге арба юлынан байтаҡ ҡына атлағас, Маһикамал баҫыу ситендә туҡтап торған таныш комбайнды күрҙе.

Тирә-йүндә әҙәм заты күренмәй. Ниндәйҙер шомло тынлыҡ. Ҡатын, нимәлер һиҙеп, комбайнға ҡарай ҡыҙыуыраҡ атланы. Ана теге үҫмер — комбайнер ярҙамсыһы. Ул бер үҙе.

Оҙон таяҡ менән комбайндың алдында соҡона. Күрәһең, иген тартҡысҡа (мотовила) тағы сүп-сар тығылған. «Өлкән комбайнер ҡайҙа икән?» — тип уйлап та өлгөрмәне Маһикамал, ҡулдарындағы таяҡтарын болғай-болғай ағас араһынан килеп сыҡҡан алама кейемле өс малайҙы күрҙе. Малай тиһәң — малай, үҫмер тиһәң — үҫмерҙәр.

Улар, русса оятһыҙ һүгенеп, таяҡтары менән Шаһыбалды бәргесләй башланылар. Комбайнер ярҙамсыһының исемен белгәйне инде ҡатын. Йә таш, йә таяҡ менән бәргеләйҙәр, бер туҡтауһыҙ әшәке һүҙҙәр ҡысҡыралар. Ә Шаһыбал бер үҙе. Уға комбайнды таҙартып, киләһе көнгә эшкә әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Бына бандиттар Шаһыбалға бөтөнләй яҡынлашты. Береһе ҙур таш тотоп алған. Шул мәл Маһикамалдың сабырлығы шартлап һынды. Ул ерҙән ҡулына эләккән таяҡты һәрмәп алды ла, ҡаты ҡысҡырып, Шаһыбалды яҡларға ташланды. Йән-фарман йүгереп килгән ыңғайға таш тотҡанына гөпөлдәтә эләктерҙе, тегеләре лә ҡасып ҡотола алманы.

Ҡулындағы һәлмәк таяғы менән уңлы-һуллы биргеләп, Маһикамал уларының да ҡотон алды. Тағы ҡыуа төшкәйне, тегеләр яҡындағы әрәмәлек араһына инеп юғалды.

— Ҡотҡарҙың бит, апай. Көнө буйы ыҙалаттылар шулай. Ағас араһынан киләләр ҙә сығалар, киләләр ҙә сығалар. Әллә кемдәр улар, — тип аптыраны Шаһыбал.

— Тағы күренеп кенә ҡараһындар әле. Мин әлеге кеүек кенә ҡыланмам. Йолҡоп алырмын ҡайһы бер нәмәләрен. Ҡурҡма, эшлә, — тине лә Маһикамал үҫмерҙең арҡаһынан һөйҙө, иген тартҡысты таҙалашты.

— Һуң булып китте бит. Әйҙә, бөгөн беҙгә генә барып йоҡла. Иртәнсәк һәйбәт итеп сәй эсереп ебәрермен үҙеңде, — тине ҡатын. Бер аҙҙан һуң асыулыраҡ тауыш менән:

— Ә теге ағайың, Хәлилде әйтәм, ҡайҙа һуң? — тип һораны.

— Ул балниста ята. Һуҡыр эсәгенә операция яһағандар, — тине Шаһыбал бошонҡо тауыш менән.

— Шулаймы ни? Йә, ярай-ярай, ҡайғырма. Бына ҡайтып төшөр ағайың. Һуҡыр эсәк тиҙ йүнәлә ул. — Шулай йыуатты Маһикамал үҫмерҙе.

Шаһыбалды эйәртеп өйөнә ҡайтып еткәс, ул Тимерғәлиҙең дә, Алаҡайының да ихата эсендә юҡлығын күрҙе. Йүгереп кәртә артына сыҡты. Унда ла юҡтар һәүкәше менән малайы.

— Мә, өйгә инә тор, — тип Шаһыбалға асҡыс тотторҙо ла ҡатын урамға ашыҡты, эңер ҡараңғылығынан килгән тауыштарға ҡолаҡ һалды. Шул ваҡыт кесерткән баҫҡан тар ғына һуҡмаҡтан сығып килгән һәүкәше, уның артынан аһылдап төшкән Тимерғәли күренде. Малай һул ҡулы менән һыйыр ҡойроғоноң осонан эләктергән, икенсе ҡулында — оҙон тал сыбыҡ.

— Әсәй, әсәй, — тип тыны бөтөп ҡысҡырҙы Тимерғәли әсәһен абайлағас. — Беҙҙең теге сабынды берәү һыпырған ғына, — ул башы менән Ҡара һаҙ яғына ымланы. — Ысын, әсәй! Һыйыр эҙләп барып сыҡтым.

— Эй һантыйым, биреһенән ҡурҡмай беҙҙең Ҡара һаҙға кем генә барһын.

Малай һораулы күҙҙәрен әсәһенә төбәне.

— Бөгөн бригадир төштән һуң үҙ бакуйҙарығыҙҙы йыйығыҙ тип бөтәбеҙҙе лә ебәргәйне. Инде ихласлап эшкә тотонғайным ғына, ҡойоп ямғыр яуҙы ла ебәрҙе. Вис бесәнде һыуланы. Шунан ни ҡыҙып китеп сабып ташлағанмын.

Уның шаҙра йөҙөн мөләйем йылмайыу яҡтыртты.

— Ҡана, мин тиҙ генә Алаҡайҙы һауып алайым да, бергәләп сәй эсербеҙ, — Маһикамал күнәген тотоп, һәүкәше янына ашыҡты.


* * *

Йырсы турғайҙары, сылтыр шишмәләре, арып, талсыҡҡан саҡтарҙа иркәләп иҫкән наҙлы елдәре, ҡойма ямғырҙары менән йәйҙәр ҙә үтеп китте.

Көҙҙәр етте. Сентябрь айы быйыл, һис көтмәгәнсә, йылы, матур килде. Алсаҡ ҡояш бер генә болот әҫәре лә булмаған зәңгәр күктән йылмайып ҡараны ла ҡараны. Ул, гүйә, йәй биреп еткермәгән ҡайнарлығын ер өҫтөнә таратып өлгөрөргә ашыға ине.

Ҡыш буйы ашауҙан арттырып алып ҡалып, ҡәҙерләп кенә сәскән картуфтарын ҡаҙып алһалар, ауыл кешеһе тынысланыр ине бер аҙ. Шулай уйлай Маһикамал да. Картуф ҡаҙыу эше тамамланыуға ҡарай бара ине инде. Маһикамалдың ҡапҡаһы алдына келтерҙәп кенә бер арба килеп туҡтаны. Унан хәленсә арыу кейенгән, ҡарар күҙгә мөләйем генә 48-50 йәштәрҙәге ят кеше төштө. Атының теҙгенен баҡса бағанаһына бәйләгәс, ышаныслы аҙымдар менән килеп урам ҡапҡаһын асып инде. Арба тауышына эшен ҡуйып был яҡҡа сыҡҡан Маһикамал баянан бирле өнһөҙ-тынһыҙ уны күҙәтә ине. Ят кеше ҡатынды күрҙе, ике ҡулын биреп ихлас күреште. Шунан ғына:

— Өйөңә үтергә саҡырмайһыңмы? — тип һораны.

— Аһ-аһ, бына биғәләш, тәү ҡат күргән ят ирҙе өйөмә саҡырып торорға ни, тышта эшем бөткәндер шул, — тип дорфа ғына яуапланы ҡатын.

— Ней, Маһикамал, (исемен дә белеп өлгөргән) мин һиңә серьезный ғына йомош менән килдем, — тигәс кенә ҡатын уны өйөнә үткәрҙе, урындыҡтан урын күрһәтте.

— Маһикамал, ней, — тип һүҙ башлап та өлгөрмәне ят ҡунаҡ, ҡатын:

— Шул нейҙән башҡа һүҙ белмәйһеңме? Йә, йомошоңдо әйтһәң әйт тә, минең тышта эшем күп, картуф ҡаҙам, — тип өтәләнде.

— Картуфыңды бергәләп ҡаҙырбыҙ, — тигән һүҙ ысҡынды ирҙең ауыҙынан. Шунда ғына эштең айышына төшөндө Маһикамал. Ҡайҙан ғына белһен инде ул бригадир бисәһе Хаяттың үҙен яҡын ғына ағаһына ҡатынлыҡҡа димләп йөрөгәнен.

— Мин Айнулла булам. Һине ошонда йәшәгән ҡарындаштың һөйләүенән беләм, — ир үҙен ҡулға алғайны инде. — Ҡатындың үлеп ҡалғанына ла өс йыл булып китте. Әйҙә, бергә йәшәп ҡарайыҡ.

Ул Маһикамалға туп-тура ҡараны. Ҡатын был юлы сәсрәп сыҡманы.

— Мин үҙ ауылымда ла бик һәйбәт йәшәп ятам, — тине ул тыныс ҡына.

— Беләм, беләм барыһын да. Ҡарындаштың һөйләүенән һине оҡшатып килдем, — тип ныҡышты Айнулла. Маһикамал йәһәтләп сәй табыны әҙерләне. Сәй эскәндә лә, ни өсөндөр, һүҙҙәре берекмәне.

— Бер килгәндә, әйҙә, алып ҡайтайым. Минең донъямды ла барып күр, — тине ахырҙа Айнулла. Ләкин Маһикамал риза булманы.

— Юҡ, юҡ, нисек мин ҡапыл ғына һыпырылып сығып китәйем. Хәҙер малайым уҡыуҙан ҡайта. Ағайым менән кәңәшләшәйем.

Ағайым һүҙенә айырыуса баҫым яһап әйтте ҡатын. Уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар икәнлеген һиҙеп-белеп ултыра ир. Ул Маһикамалдың: «Бер аҙнанан килеп урарһың», —тигәненә риза булып, баш ҡаҡты.

Иң тәүҙә ағаһы менән кәңәшләште Маһикамал. Бер туғанының ғүмере буйы ирҙәр эшен дә, ҡатындар эшен дә бер үҙе башҡарып, һис зарланыу белмәй йәшәгәненә күнегеп бөткән ағаһы әллә ни төпкә төшөп, сурытып торманы. «Аҡылың бар, донъя көтә беләһең. Нисек теләйһең, шулай эшлә», — тиеүҙән ары китмәне.

— Әсәй, унда миңә иптәштәр булыр микән? — тип һорағайны Тимерғәли, Маһикамал уның арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп: «Үҙең дуҫ була белһәң, ҡайҙа ла иптәштәр табыла ул, балам», — тиеүенә малайҙың күңеле булды.

Бер аҙнанан тағы килде Айнулла. Ҡатындың йортондағы таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә хайран ҡалды ул. Тәүгә килгәндә ул быларға, нисектер, иғтибар итмәгән.

Бөтә нәмә тап-таҙа, һәр береһе үҙ урынында. Аҡбалсыҡ еҫтәре сығарып, тигеҙ итеп аҡланған мейестән йылылыҡ бөркөлә, иҙән һап-һары итеп ҡырып йыуылған.

Ихата эсендә бер бөртөк тә сүп күрмәҫһең, хатта мал ҡыуа торған сыбыҡ та матур итеп һөйәп ҡуйылған.

Тимерғәли уҡыуҙан ҡайтҡас, өсәүләп ултырып сәй эстеләр. «Балам, мин был ағайыңдарҙың ауылын барып күреп киләйем. Юл хәлен белеп булмай. Бөгөн урап ҡайта алмай ҡуйһам, Шәмсинур апайыңдарҙа йоҡларһың, уға әйткәнмен. Уҡыуың ҡалмаһын», — тигәйне Маһикамал, Тимерғәли: «Ярай, ярай, әсәй. Аңлап торам бит», — тип өлкәндәрсә яуапланы.

Оҙон күкрәк арбаға эсле балаҫ түшәне ҡатын, сумкаһын сығарып ултыртты.

Әллә ҡайҙан күреп-белеп өлгөргәндәр, уны оҙатырға әллә күпме халыҡ йыйылған ҡапҡа төбөнә.

— Һуң мин бөтөнләй күсеп китмәйем бит. Ауылдарын, тормош-көнкүрешен күреп, танышып ҡайтайым, тием. Шунан уйлармын.

Бер һүҙ ҙә өндәшмәй генә уны тыңлап торған Айнулла, дөрөҫләп, баш ҡаҡты.

Яҡшы теләктәр теләп, фатиха биреп, оҙатып ҡалды әхирәттәре Маһикамалды.

Саңлы юлда арба тәгәрмәстәре бер көйө генә келтерҙәй, Туры бейә ара-тирә бышҡырып ҡуя. Айнулла һүҙ ҡушҡылап ҡараһа ла, Маһикамал өндәшмәй. Ул уйға батҡан. «Өҫ-башына, үҙен-үҙе тотошона ҡарағанда арыу ғына кешегә оҡшаған былай. Донъяһы ла насар түгелдер. Ауылына өйрәнә алһам, йәшәп тә китермен. Тимерғәлигә лә иптәштәр табылыр». Шулай бер көйө генә китеп барғанда арбаның артҡы тәгәрмәсе бер соҡорға төшөп, «даңҡ» итеп ҡалды. Әллә ауыртыуҙан, әллә күңеле тулыуҙан Маһикамал һулҡылдап иланы ла ебәрҙе. Атын юл ситенә бора һалып туҡтатып, Айнулла ҡатын эргәһенә йүгереп килде. Маһикамалдың ике ҡулын үҙенең ҙур, йылы устарына алып, уны йыуатырға тотондо.

— Йә, йә, илама инде, тым. Бынау арышы урып бөтөлмәгән баҫыуға ҡарап килеп, эсем бошоп, аңғармай ҡалғанмын соҡорҙо. Йә, тыныслан инде, — ул ҡулъяулыҡ сығарып, ҡатындың ике бите буйлап ағып төшкән күҙ йәштәрен һөртөп алды. Маһикамал, ысынлап та, тиҙ тынысланды, йәше кибеп бөтмәгән күҙҙәре менән оло юлдан арыу уҡ алыҫта һарғайып күренгән баҫыуға ҡараны.

Ирекһеҙҙән уның иҫенә комбайндың иген урғыс ҡоролмаһын таҙартып тороусы үҫмер Шаһыбал килеп төштө. «Әле ҡайҙа икән ул? Шул ырҙындалыр инде. Ҡулы эш белә, үткер егеткә оҡшаған, бирешмәҫ. Хәлил ағаһы йүнәлдеме икән? Шулар кеүек эш рәте белгән егеттәр етешмәй шул ҡайҙа ла. Етешһә, был баҫыу ҙа ошоғаса урылмай ятмаҫ ине».


* * *

Көн кискә һарҡты. Күкһел Ҡырҡты тауҙары ла, аҡ ҡайынлы, һомғол ҡарағайлы урмандар ҙа артта ҡалды. Һарғайып кипкән далала етемһерәп кенә ятҡан кескәй ауыл күренде. «Ошо микән ни ауылдары?» — тигән уй килде Маһикамалдың башына. Уның уйын һиҙгән кеүек:

—Был беҙҙең ауыл түгел, беҙҙеке арыраҡ, — тип ҡуйҙы Айнулла. Шул саҡ бер йырҙың һүҙҙәре ҡатындың тел осона килде:

Ялан ғына ерҙең кәкүге юҡ,

Кире Уралыма ҡайтайым.

Ҡайҙан иҫенә килеп төштө һуң әле был йыр. Ә-ә-ә, был бит «Таштуғай» йыры лаһа! Балапанының ағаһы йырлағайны бит «Таштуғай»ҙы уларҙың туйында.

Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды

Еҙ ҡурайҡай итеп тартайым.

Ялан ғына ерҙең кәкүге юҡ,

Кире Уралыма ҡайтайым.

Йырҙың һүҙҙәрен тулыһынса әйтте лә ҡатын ҡулын Айнулланың иңбашына һалды.

— Кем, Айнулла, туҡтат әле атты. Мин төшөп ҡалайым.

Бер ни ҙә аңламаған ир Туры бейәне юл ситенә сығарып туҡтатыуға, Маһикамал арбанан төшә һалды, ынтылып сумкаһын да алды.

— Ни булды, Маһикамал? Әллә тағы берәй ерең ауырттымы? — тип йомшаҡ ҡына тауыш менән һораны ир.

— Ҡуй, Айнулла, булмаҫ та, бармайым да. Ҡана, ныҡлап ҡараңғы төшмәҫ борон үҙебеҙҙең яҡҡа атлай һалайым. Кире ҡаҡҡыһыҙ итеп әйтте ҡатын был һүҙҙәрҙе.

— Ауылым эргәһендәге эшләп ҡуйған кеүек кенә матур тауҙарымды, шул тау артындағы ялтыр күлемде күрмәй мин нисек йәшәрмен? Мин бит уларҙан көс алам, — тип тә өҫтәне.

Айнулла ни ҙә булһа әйтеп өлгөргәнсе, ул кире боролоп, китә лә башланы.

Ҡапыл ғына ниндәй ҡарарға ла килергә белмәй, бер килке шаңҡып торҙо ир. «Ауылдаштарға нисек күренермен», — тигән уй мейеһен бер секундҡа ғына телеп үтте. Ләкин оҙаҡ уйланып торорға ваҡыт юҡ ине. Атын юлға бороп сығарҙы ла Айнулла, ҡатын артынан шәпләп юрттырып китеп барҙы. Маһикамал тапҡырына барып еткәс:

— Төнгә ҡаршы ҡайҙа бараһың инде. Ултыр, үҙем илтеп ҡуяйым, — тип бейәне туҡтатты.

Ҡатын арбаға ултырыуға, Туры бейә Маһикамалдың ауылы ҡалған яҡҡа йылдам ғына юртып китте...

Фәрзәнә Хамматова.
Читайте нас: