+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2020, 11:44

Ирекмәндәрҙең эше баһаланды

Бына ике айҙан ашыу инде Башҡортостан тапшырыуҙарҙы аналог алымда күрһәтеүҙән туҡтап, һанлы форматҡа күсте.

Беҙҙең район биләмәһендә һанлы телевидениены ҡабул итеү өсөн Амангилде, Рауил, Ишҡол, Ҡаҙмаш, Салауат, Йәнекәй һәм Күсем ауылдарында телевышкалар ҡуйылды. Хәҙер райондың 72 ауылы халҡы 20 каналды ҡарай, өс радиостанцияны тыңлай ала. Әлмөхәмәт, Ҡушый, Әбделғәзе, Иҫке Балапан, Нияҙғол, Булат, Әүмеш ауылдарында иһә һанлы телевидение өлөшләтә генә күрһәтә. Ә Әхмәт, Буранғол, Иҙәш һәм Тал Ҡусҡары, Исхаҡ, Исҡужа, Ишкилде, Ҡалмаҡ, Ҡырҙас, Ҡолоҡас, Мәйгәште, Һәйетҡол, Тирмән, Уральский, Хәмит, Хөсәйен, Шәрип, Ярлыҡап ауылдары һанлы телевидение селтәренә бөтөнләй эләкмәй. Шулай ҙа был ауылдар халҡы IP-телевидение, «Башинформсвязь», төрлө юлдаш тәрилкәләре аша һанлы телевидениеға тоташтырылды.

Башҡортостанда балаһына пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, федераль социаль түләм алған пенсионерҙарға һанлы күрһәтеүгә күсеү өсөн дәүләт ярҙамы билдәләнде. Һанлы телевидениеға эләкмәгән ауылдарҙан 279 йортҡа бушлай юлдаш тәрилкәләре ҡуйылды. Был эште шәхси эшҡыуар Азамат Мөхәмәтдинов уңышлы башҡарып сыҡҡан.

— Халыҡҡа һанлы телевидениеға күсеү мөмкин тиклем еңел һәм уңайлы булһын өсөн тотош республикалағы кеүек Әбйәлилдә лә ирекмәндәр эшләне, йәғни 24 кеше Башҡортостан буйынса «Рәсәй телевизион һәм радио бәйләнеше селтәре» ойошторған курстарҙа методик белем алды. Ирекмәндәр һанлы телевидениеға күсеүгә әҙерлек барышында аңлатыу эштәре алып барҙы. Кешеләрҙең һорауы буйынса улар приставка һәм ҡорамалдарҙы дөрөҫ тоташтырыу һәм көйләү йәһәтенән ярҙам күрһәтте. Нәҡ уларҙың үҙ эштәрен урын-еренә еткереп намыҫлы башҡарыуы һөҙөмтәһендә федераль «ҡыҙыу линия»ға шылтыратыусылар беҙҙән, башҡа райондар менән сағыштырғанда, аҙ булды, — тине район хакимиәтенең социаль коммуникациялар буйынса сектор мөдире Радик Рәхмәтул-лин һәм был эштә айырыуса тырышлыҡ күрһәткәндәргә район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Бындай бүләккә Азамат Мөхәмәтдинов, Асҡар ауыл биләмәһенән Салауат Шәйхин, Рамил Байтүрин һәм Әлиә Батталова, Миләүшә Итҡолова, Дилә Шәрәфетдинова (Әлмөхәмәт), Йәмил Хөснөтдинов (Байым), Ғәзим Усманов (Буранғол), Минзәлә Зарипова (Гусев), Динара Сафиуллина (Ҡырҙас), Элмира Бәҙретдинова, Вилен Рысбаев, Анна Ковалева (Красная Башкирия), Эльвира Кәримова (Рауил), Гөлсәсәк Аллаярова, Ринат Хафизов (Ташбулат), Гүзәл Вәлиева (Таштимер), Илдар Ғәбитов, Руслан Ғибәҙәтов (Хәлил), Әсләм Баһауетдинов (Хәмит), Гөлсиә Кәҫтәрәмова, Юлиә Азаматова (Йәнгел) лайыҡ булды.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.


Читайте нас: