+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2020, 17:40

Маһмай өсөн “ашығыс ярҙам”

Рәсәйҙә “тиҙ ярҙам” хеҙмәтенең һәм таксиҙың яңы төрҙәре барлыҡҡа килгән – ул “Ашығыс ветеринар ярҙам” һәм бушлай хеҙмәтләндереүсе социаль такси.

Рәсәйҙә “тиҙ ярҙам” хеҙмәтенең һәм таксиҙың яңы төрҙәре барлыҡҡа килгән – ул “Ашығыс ветеринар ярҙам” һәм бушлай хеҙмәтләндереүсе социаль такси, тип хәбәр итә “Российская газета”. Баҫмала яҙылғанса, 2020 йылда Өфөлә тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ашығыс ветеринар ярҙам эшләй башлаясаҡ. Ветеринарҙар сырхап тороусы пациенттарына махсус автомобиль менән барасаҡ, баш ҡалала йорт хайуанына “тиҙ ярҙам” саҡыртыу 300 һумға төшәсәк.
Ә Костромала пенсионерҙар өсөн төбәктә яңы асылған “өлкәндәр баҡсаһы”на ололарҙы йөрөтөүсе бушлай хеҙмәтләндереүсе социаль такси эшләй башлаған.
Читайте нас: