+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ғинуар 2020, 20:00

Башҡортостанда йәмәғәт транспорты асыҡ зәңгәр төҫтә буласаҡ

Төбәктең Транспорт дәүләт комитеты йәмәғәт транспорты дизайнын раҫланы.

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Республикабыҙ юлдары өр-яңы, уңайлы һәм матур автобустар менән тулыланыуын дауам итә. Төбәктең Транспорт дәүләт комитеты йәмәғәт транспорты дизайнын раҫланы. Шулай итеп, йәмәғәт транспортын билдәләүсе төп төҫ итеп асыҡ зәңгәр буяу һайланды. Ул автобустар, трамвайҙар һәм троллейбустарға ҡарата ҡулланыласаҡ. Башҡа пассажир транспорт саралары: таксиҙар – һары, велосипедтар – сағыу ҡыҙыл, йылға транспорты ялтырауыҡ күкһел-йәшел төҫтә буласаҡ. Фирма логотибы үҙендә ике билдәне – заманса функциональ элементты һәм мәҙәни традицияларға ихтирамды сағылдырасаҡ. Беренсе элемент – универсаль геолокация билдәһе, икенсеһе – башҡорт орнаменты.
Читайте нас: