+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ғинуар 2020, 11:30

Сибайҙа ла һөт кухняһы асыла

Ул — республикала бишенсе.

БР Сауҙа буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған һөт кухняһы ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында асыла. Быға тиклем бындай цехтар Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский һәм Белорет ҡалаларында эшләй ине.
Ҡаланың иң бәләкәй кешеләре өсөн юғары сифатлы һөт, йогурт, кефир — улар барыһы ла аныҡ санитар нормаларға таянып етештерелә — бирелә башлаясаҡ. Былтыр “Һөт кухняһы” продукцияһын республикала йәшәүсе 6400 күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр бушлай алды.
Читайте нас: