+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ғинуар 2020, 12:23

Тоғролоҡ өсөн бүләк

Хәлил ауылы уҙаманы Салауат Уйылданов район матбуғаты менән иҫ белгәненән таныш.

Хәлил ауылы уҙаманы Салауат Уйылданов район матбуғаты менән иҫ белгәненән таныш.

— Бала саҡтан ошондай картина күҙ алдымда тора: гәзит килһә, атай иң башта «Осҡон»до ҡулына алыр ине. Ғүмер буйы сельпола һатыусы булып эшләгән ябай һөнәр эйәһе булһа ла, бер ҡасан да ваҡытлы матбуғаттан айырылманы. Унан күреп беҙ, ете балаһы ла, уҡыуға әүәҫ булдыҡ. Мауыҡтырғыс белем донъяһына юлды гәзит-китаптар аша астыҡ. Юҡҡа ғына ағай-апайҙарым уҡытыусы һөнәрен һайламағандыр, — тип һөйләй Салауат Шәриф улы. — Үҙемә килгәндә, Магнитогорск индустриаль-педагогик училищеһын тамамланым. Колхоз тарҡалғансы хужалыҡтың төҙөлөш бригадаһында, унан машдворҙа эшләнем. Аҡса эҙләп ҡырға ла китеп ҡараным, ләкин тыуған ауылымдан да яҡшыраҡ, яҡыныраҡ урын тапманым. 2000 йылда ғаилә менән шәхси эшебеҙҙе астыҡ. Сауҙа өлкәһендә эшләйбеҙ, өс магазин тотабыҙ.

Тыуған еренең илһөйәр улы әрме сафында хеҙмәт иткән, һөнәр үҙләштергән мәлдәрен иҫәпкә алмағанда бер ҡасан да Хәлилдән айырылмаған, кинйә малай булараҡ, атаһы нигеҙендә донъя көтә. Тормош юлдашы Зәлиә еңгәй менән ике ҡыҙ үҫтереп, уларҙы юғары белемле итеүгә тырышлыҡ һалып, ҙур тормош юлына сығарғандар.

Атаһынан күскән ғәҙәт буйынса Салауат Шәриф улы ла почта килеү менән иң башта «Осҡон»до ҡулына ала. «Яңылыҡтар» таҫмаһын ҡарап сыҡҡандан һуң аҙаҡҡы биттәге иғландарға күҙ һала (эшҡыуар бит әле ул), «Унан яйлап ултырып мәҡәләләрҙе уҡыйым», — ти.

Ояһында ни күрһә — үҫкәнендә шул булыр, ти халыҡ. 1991 йылда үҙ аллы тормош ҡорғандан бирле хәләл тапҡан малына даими рәүештә «Осҡон»ға яҙылған урта йәштәге уҙамандарыбыҙҙың береһе ул. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы барышында редакция ойошторған отош уйындарында ла даланын һынап ҡарай. Һәм был юлы, ниһайәт, бәхет уға ла йылмайҙы — бүләккә термос отто.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.
Читайте нас: