Балалы ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын федераль субсидиялау программаһы менән берләштереүҙе күҙ уңында тотола. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды генераль директорының ипотека-туплау механизмдары һәм программалары буйынса урынбаҫары Евгений Декатов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, был үҙгәрештәр граждандарҙың ошондай категорияларына ипотека кредиты буйынса ставканы 3-3,5 процентҡа тиклем түбәнәйтеү мөмкинлеге тәьмин итергә тейеш.
«Ил халҡының 42 процентының йән башына уртаса килеме — 15-35 мең һум, был ипотека кредитын хеҙмәтләндереүҙе ауырлаштыра, айырыуса тәүге иғәнә өсөн аҡса булмаған осраҡта. «Торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса туплау» программаһында 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Шуның һөҙөмтәһендә республикала вкладсыларҙың ике тапҡырға артыуы күҙәтелә — 2019 йылда 3852 кешенән 2020 йылда 7569-ға тиклем. Киләһе осорҙарға планлаштырылған бюджет финанслауы күләме (йыл һайын 235 миллион һум) бер үк ваҡытта программала 10 мең вкладсының ҡатнашыуы өсөн етә», — тип билдәләне Евгений Декатов