“Демография” милли проекты тыуымды арттырыуҙы, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Был юҫыҡта ил етәксеһе генә түгел, төбәк башлыҡтары ла матди ярҙам вәғәҙәләй, социаль йүнәлешле сәйәсәт алып бара. Әммә бәпес табырға теләүселәр күбәйеп китеүе ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә килтерә икән. “Российская газета” яҙыуынса, Дағстанда, мәҫлән, парадоксаль хәл килеп тыуған. Тыуым күрһәткесе кинәт күтәрелеүе сәбәпле, республикала пособие түләргә аҡса еткерә алмағандар. Сабый донъяға килеүгә бәйле түләнә торған пособиены 10 мең ғаиләгә тип иҫәп тотһалар, улар 18 меңдән ашып киткән, шул арҡала социаль яҡлау министрлығы аҡса еткерә алмаған икән.