«Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә» тип бушҡа әйтмәгәндәр боронғолар. Һеҙ бына ысын тимерсене күргәнегеҙ бармы? Юҡ шул. Мин дә ошо йәшкә етеп тимерсе күргән юҡ ине. Сираттағы командировка мәлендә танышырға насип итте. Баҡтиһәң, заман технологиялары алға киткән һанлы быуатта ла был боронғо һөнәр эйәләре кәрәк икән.
Зәңгәр күлдәр иле булған Аһылай шау-шыуҙан алыҫта, һил генә тәбиғәт ҡосағында ултырған матур ауыл. Кешеләре лә ҡабаланыу-өтәләнеүҙе белмәгән, ерҙә ныҡлы баҫып торған, үҙ көстәренә генә ышанған кеүек күренде. Ысынлап шулайҙыр. Әллә ҡайҙа алтын бар, барһаң баҡыр ҙа юҡ тигәндәй, ауылдан ситкә китмәй, ҡайһыһы мал аҫырап, бәғзеһе башҡа кәсеп менән ҡәҙимге генә тормош көтәләр.
Ильяс Кәримов та тап шулай. Ошо ауылда тыуып-үҫеп әллә ҡайҙа барып бәхет эҙләүҙе өнәмәй. Әрме сафтарында хеҙмәт иткәс тура ауылына ҡайта, тыуған еренә кәрәгеренә инана. Ысынлап та, оҙаҡ йылдар емертеп ауылында эшләй ул. 1989-1995 йылдарҙа Шаймора-тов исемендәге хужалыҡта иң тәүҙә хисапсы, шунан тракторсы була. Атаһы Ниғмәтйән 40 йыл колхозда тимерсе булып тир түгә. Заманалар үҙгәреп, колхоз-совхоздар тарҡала башлағас, Ильяс Кәримов ҡәҙерле кешеһенең ғүмер буйы эшләгән, үҙе иҫ белгәндән алып атаһына ярҙамлашып көндәрен үткәргән урынын тиреүгә юл ҡуймай. Хужаһыҙ торған тимерлеккә бара һәм үҙе эшләп китә. Ярай әле, атаһы был ауыр кәсептең бөтә нескәлектәрен урынына еткереп улына өйрәткән. Бына шулай, аҡыллы эш итеп, тимерлекте һаҡлап ҡала һәм ул бөгөнгә тиклем эшләп тора.
— Буш ултырған юҡ. Беҙҙең яҡта йылҡы малы күп, ат дағалау өсөн киләләр, айырыуса көтөүселәр юлды онотмай, — тине Ильяс Ниғмәтйән улы, махсус ҡоролмаға күрһәтеп. — Ауылдаштарҙың йомоштарын кире ҡаҡмайым. Эш ҡоралдарын ослау, сүкеүҙе йыш һорайҙар.
Ҡулы күнегелгән эште бик оҫта башҡара, ауыр сүкеше һандал өҫтөндә уйнап ҡына тора. Ауыл осондағы тимерлектә сыңҡ-сыңҡ тигән тауыш яңғырап, тирә-йүнгә күңелгә яҡын бер моң булып тарала. Таштан буралған ҡурала тимер-томор араһында сәскәләр ҙә күренә. Ысын. Сер итеп кенә әйтәм, тимерҙән розалар ҙа яһай. Шундай матурлыҡ тыуҙыра, бүләккә бик шәп.
Тимерлектә генә түгел, ихатаһында ла яратҡан шөғөлөнән айырылмай ул. Йорт алдында бөтә кәрәк-ярағы булған тағы бер эш урыны бар. Оҫта кеше бар нәмәгә лә оҫта. Һап-һары ғына итеп өйөн көпләгән.
Аҙ һүҙле, әммә булдыҡлы, эшкә тилбер Аһылай уҙаманы Ильяс Кәримов үҙенә ҡарата сикһеҙ һоҡланыу ҡатыш ихтирам тыуҙырҙы. Шундай ир-егеттәр барҙа ауыл һүнмәҫ.