-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ғинуар 2020, 19:00

Дарыу өсөн аҡсаны кире ҡайтарырға була

Хәҙер табип тәғәйенләгән теләһә ниндәй дарыуҙы һатып алғанда НДФЛ-дың бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин.

Әгәр элек һалым вычетын юллау өсөн дарыуҙың РФ Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған исемлеккә кереүе мотлаҡ булһа, хәҙерҙән табип тәғәйенләгән теләһә ниндәй дарыуҙы һатып алғанда НДФЛ-дың бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин.
Ярашлы үҙгәрештәр 2019 йылдың 17 июнендәге 147-се Федераль закон менән индерелгән һәм 2019 йылдың һалым осоронан башлап физик берәмектәр килеменә ҡарата ҡулланыла.
Социаль һалым вычеты күләме элеккесә ҡала – 120 мең һум. Был суммаға шулай уҡ уҡыуға, квалификацияны күтәреүгә, медицина хеҙмәттәренә һ.б. сығымдар инә.
Бындай вычетты ике төрлө юл менән алырға мөмкин: йыл тамамланғас, раҫлаусы документтар менән бергә 3-НДФЛ декларацияһын тапшырып, йә иһә йыл дауамында эш биреүсе аша. Һуңғы осраҡта һалым органынан социаль һалым вычетына хоҡуҡты раҫлаусы ҡағыҙ алырға һәм уны, хеҙмәт хаҡынан НДФЛ тотолмаһын өсөн, бухгалтерияға тапшырырға кәрәк.
Читайте нас: