-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ғинуар 2020, 17:03

Яңы китап сыҡты

Шундай шәхестәр, ижади биографиялар була: уларҙы өйрәнеү күпмелер дәрәжәлә халыҡтың аң-белем кимәлен, ил тарихының рухи үҫеш баҫҡыстарын өйрәнеүгә тиң.

Шундай шәхестәр, ижади биографиялар була: уларҙы өйрәнеү күпмелер дәрәжәлә халыҡтың аң-белем кимәлен, ил тарихының рухи үҫеш баҫҡыстарын өйрәнеүгә тиң. Күренекле яҙыусы Әмир Әминев әйткәнсә, «был хатта йәшәгән йылдар, баҫылып сыҡҡан китаптар һаны, ижад күләме менән генә баһаланмай. Беренсе сиратта, әлбиттә, шәхестең йәмғиәттә хаҡимлыҡ иткән төп социаль-тарихи шарттарҙы, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе тулы сағылдырған ғибрәтле яҙмышы, ошо яҙмыш моңо һеңдергән ижады быға кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил». Халыҡсан әҫәрҙәре, күп яҡлы ижады менән күп һанлы уҡыусыға инде нисәмә тиҫтә йылдар билдәле Айһылыу Йәғәфәрова ла, һис шикһеҙ, ана шундайҙарҙан. «Уның әҫәрҙәре тормошсан һутлы теле, халыҡсан рухы, үҙенсәлекле поэтикаһы менән милли мәҙәниәтебеҙгә ҡабатланмаҫ моң һәм биҙәктәр өҫтәй», — тип билдәләй уның күп яҡлы ижадына баһа биреүселәр.
2004 йылдың 1 сентябренә тиклем Айһылыу Йәғәфәрова райондың Красная Башкирия ауылында балалар баҡсаһы мөдирәһе булып эшләне. Хәҙер хаҡлы ялда. Яҙыусының ижад шишмәһенең башы ла тап ана шул балаларға бәйләнгән. Улар өсөн әҙибә нимәләр генә ижад итмәгән! Әкиәттәр ҙә, шиғырҙар ҙа, хикәйәләр ҙә, хатта урыҫ фольклорынан бына тигән тәржемәләр ҙә бар уның әҙәби багажында. «Ҡойон» батшалығында», «Сәнскеле күлдәк», «Һандуғас моңо», «Бөҙрәкәй» һәм башҡа китаптары уның балалар донъяһын, кескәйҙәр күңелен яҡшы белеүе тураһында һөйләй. «Ҡыпсаҡ ҡыҙы Нәзирә» исемле драмаһы уны һәләтле драматург итеп танытһа, «Килендәр» романы менән ул бик күп әҙәбиәт уҡыусыларҙың һөйөүен, ихтирамын яуланы.
Күптән түгел әҙибәнең «Аҙаштырған болан балаһы» исемле яңы романы донъя күрҙе. Әҫәрҙәге ваҡиғалар беҙҙән, Оло Башҡортостандан, аҙаштырылған, ситкә этәрелгән ватандаштарыбыҙ хаҡында бар. «Аҙаштырған болан балаһы» романын тарихыбыҙҙағы һынылышлы үҙгәртеп ҡороу осорон бар тулылығында уңышлы һүрәтләгән һәм туған халҡыбыҙҙың боронғо гүзәл традицияларын данлау менән бер рәттән, уның мәңгелеген раҫлаған әҫәр тип нарыҡларға булыр ине», — тип яҙа Мәүлит Ямалетдинов романға биргән баш һүҙендә. Ысынлап та, милләт үҙенең рухи ҡиммәттәренә, шулай уҡ ғөрөф-ғәҙәттәре менән туған теленә, иленә тоғролоҡ һаҡлай икән, уға бер ниндәй көрсөк тә, үҙгәртеүҙәр ҙә ҡурҡыныс түгел. Әҫәрҙең идеяһы ла тап ана шунда.
Китапты баҫтырыуҙа матди ярҙам күрһәткәне өсөн «Красная Башкирия» АХК-һы етәксеһе Раил Салауат улы Фәхрисламовҡа һәм нәшер итеүҙе ойоштороусы «Йондоҙ» гәзите мөхәррире Азат Көмөшбаевҡа автор сикһеҙ рәхмәтен белдерә.
Зөһрә Кашапова.
Читайте нас: