+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ғинуар 2020, 10:10

Халыҡ иҫәбен алғың киләме? Ирекмән бул!

“Халыҡ иҫәбен алыу ирекмәндәре” – 2020 йылдың иң ҙур ирекле проекты. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы үтәсәк. Ул 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем дауам итәсәк. Республикала йәшәүселәр илдең мөһим кампанияһында ирекмән булараҡ ҡатнаша ала. “Росмолодежь” һәм “Росстат” ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйған. Уға ярашлы, Башҡортостанда йәшәүсе 20 мең кеше сараны ойоштороуҙа ҡатнаша аласаҡ. “Халыҡ иҫәбен алыу ирекмәндәре” – 2020 йылдың иң ҙур ирекле проекты. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был сарала ҡатнашырға теләүселәр өсөн өс көнлөк уҡыуҙар үткәреләсәк. Унда халыҡ менән дөрөҫ мөғәмәлә итергә, һөйләшергә, һорауҙар бирергә һәм республикала йәшәүсе һәр кем менән уртаҡ тел табырға өйрәтәсәктәр. Бынан тыш, ҡапыл килеп сыҡҡан хәлдәрҙә лә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәктәр. Был уҡыуҙарҙы “Росстат” һәм ирекле ойошмаларҙы үҫтереү үҙәктәре үткәрәсәк.
Читайте нас: