+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Ғинуар 2020, 11:53

Алдынғылар тәбрикләнде

2019 йыл йомғаҡтары буйынса район предприятиелары, учреждениелары һәм коллективтары араһында иң яҡшылары тип табылдылар

2019 йыл йомғаҡтары буйынса район предприятиелары, учреждениелары һәм коллективтары араһында иң яҡшылары тип табылдылар:

Иң яҡшы ауыл хужалығы предприя-тиеһы — «Красная Башкирия» АХК-һы (етәксеһе — Раил Салауат улы Фәхрисламов);

Иң яҡшы һөтсөлөк-тауар фермаһы — «Күсем» ЯСЙ-һының Нияҙғол һөтсөлөк-тауар фермаһы (мөдире Зилә Мөҙәрис ҡыҙы Нуритдинова);

Иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы — шәхси эшҡыуар Азамат Марат улы Абсаҙыевтың крәҫтиән-фермер хужалығы;

Иң яҡшы хеҙмәтләндереүсе предприятие — Әбйәлил район электр селтәрҙәре (етәксеһе Даян Мәсғүт улы Сафин);

Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте — Байым ауыл биләмәһе хакимиәте (башлығы Йәлил Насиб улы Зәйтүнов);

Иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы — Йәнгел табип амбулаторияһы (участка табибы Зара Валерьевна Ғәләүетдинова);

Иң яҡшы мәғариф учреждениеһы — Сиҙәм урта мәктәбе (директоры Шәүрә Ильяс ҡыҙы Әхмәтҡужина);

Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы — Ташбулат ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы (мөдире Айгөл Рафаэль ҡыҙы Ишкилдина);

Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы — Атауҙы ауыл клубы (мәҙәни саралар ойоштороусы Римма Ғабдулхай ҡыҙы Замалетдинова);

Иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһы — Әбделғәзе ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы (етәксеһе Әлфиә Марсель ҡыҙы Ғәлләмова);


Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар араһында:

Үрге Әбдрәш ауылынан Түләкбаев Динислам Урал улының шәхси ярҙамсы хужалығы;

Тупаҡ ауылынан Суфиянов Урал Әнүәр улының шәхси ярҙамсы хужалығы;

Мәхмүт ауылынан Юлдашбаева Нәфисә Хәмитйән ҡыҙының шәхси ярҙамсы хужалығы;


Һөнәре буйынса иң яҡшы тип табылдылар:

Иң яҡшы механизатор — Абдрахманов Фәрит Арслан улы, «Завет»ЯСЙ-һы механизаторы;

Иң яҡшы комбайнер — Никитин Алексей Николаевич, «Әбйәлил сорт участкаһы» ЯСЙ-һы комбайнеры;

Иң яҡшы быҙау ҡараусы — Бикйәнов Фәнзил Ингел улы, «Аграрий» ЯСЙ-һы малсыһы;

Иң яҡшы һауынсы — Ихсанова Нәфисә Әүәл ҡыҙы, «Ишҡол» АХК-һының машина менән һауыу операторы;

Иң яҡшы малсы — Хисмәтуллин Бүләк Салауат улы, «Красная Башкирия» АХК-һы малсыһы;

Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы белгесе — Вәхитов Дамир Кәрим улы, «Красная Башкирия» АХК-һының малсылыҡ ҡорамалдарын эксплуатациялау буйынса инженеры;

Иң яҡшы ветеринар — Әсәҙуллин Хажиәхмәт Сәләхйән улы — Әлмөхәмәт ветеринар участкаһы мөдире;

Иң яҡшы умартасы — Моратов Арслан Әхмәт улы;

Иң яҡшы көтөүсе — Ҡусҡаров Иршат Ислам улы, Хәлил ауылы халҡы малын көтөүсе;

Иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре — Копытов Аркадий Николаевич, «Абзелилспецкомобслуживание» МУП-ы ҡаҙанлығы операторы;

Иң яҡшы төҙөүсе — Тутаев Азамат Әҡсән улы, «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ЯСЙ-һы директоры;

Иң яҡшы водитель — Усманов Зөлфәр Ғәлимйән улы, Таһир Кусимов исемендәге гимназияның автобус водителе;

Иң яҡшы урман хужалығы хеҙмәткәре — Ғибәҙуллин Рәүеф Рафаэль улы, «Әбйәлил урман хужалығы» автономлы учреждениеһының Ишкилде цехы тракторсыһы;

Иң яҡшы юл хужалығы эшсеһе — Абдуллин Динар Илдар улы, Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығының автогрейдер машинисы;

Иң яҡшы энергетик — Харисов Ри-шат Хатип улы, «Электр селтәрҙәре» ЯСЙ-һының Асҡар участкаһы водителе;

Иң яҡшы хәрби идаралыҡ хеҙмәткәре — Абдрахманова Вера Николаевна, хәрби комиссариаттың бүлек начальнигы;

Иң яҡшы хоҡуҡ һаҡсыһы — Аллаяров Данил Нәдир улы, участка уполномоченныйы;

Иң яҡшы ҡотҡарыусы — Дауытов Азамат Баһауетдин улы, 61-се янғын һүндереү часының 3-сө ҡарауылы начальнигы;

Иң яҡшы сауҙа хеҙмәткәре — Зинуров Радмир Рафаил улы, «Манго» ЯСЙ-һы директоры;

Иң яҡшы йәмәғәт туҡландырыуы хеҙмәткәре — Итекәева Зәкирә Ғәлимйән ҡыҙы, Асҡар ауылының «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы;

Иң яҡшы почта хеҙмәткәре — Ямалова Сәфинә Дәүләткилде ҡыҙы, Тал Ҡусҡары һәм Иҙәш Ҡусҡары ауылдары почтальоны;

Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре — Ғәлләмова Әлфиә Вәкил ҡыҙы, Гусев урта мәктәбенең химия уҡытыусыһы;

Иң яҡшы тәрбиәсе — Сергеева Елена Анатольевна, Красная Башкирия ауылының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;

Иң яҡшы өҫтәмә белем биреү педагогы — Нәбиева Лия Зәйнулла ҡыҙы, Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы;

Иң яҡшы табип — Ефремцева Алиса Сергеевна, Красная Башкирия табип амбулаторияһының дөйөм практика табибы;

Иң яҡшы фельдшер — Мортазина Әлфирә Сыңғыҙ ҡыҙы, Северный фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире;

Иң яҡшы урта звено медицина хеҙмәткәре — Нәжметдинова Фәтиха Ғимаҙи ҡыҙы, Таштимер табип амбулаторияһының шәфҡәт туташы;

Иң яҡшы шифахана хеҙмәткәре — Самсонова Людмила Борисовна, «Березки» ял йортоноң туҡландырыу хеҙмәте етәксеһе;

Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре — Хөсәйенова Фирүзә Сәлимйән ҡыҙы, Рысҡужа ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы;

Иң яҡшы китапханасы — Әбделғазина Зәһинә Батырхан ҡыҙы, Хәлил ауылы китапханасыһы;

Иң яҡшы социаль хеҙмәткәр — Зарипова Гөлнара Ғәле ҡыҙы, «Ярҙам» коммерциялы булмаған ойошмаһының баш бухгалтеры;

Иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре — Махийәнов Әмир Әлхәм улы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Рәхмәт филиалы тренеры;

Иң яҡшы бухгалтер — Әхмәтйәнова Айгөл Ғәле ҡыҙы, муниципаль район хакимиәтенең финанс идаралығы баш бухгалтеры урынбаҫары;

Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр — Билалова Әлиә Ғамир ҡыҙы, район мәғариф бүлегенең кадрҙар буйынса белгесе;

Иң яҡшы имам-хатип — Мөхәмәҙиев Мортаза Мостафа улы, Туйыш ауылының имам-хатибы.


Читайте нас в