“Башҡортостан” милли паркында сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторасаҡтар. Был махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса пилот проектына ингән. Методиканы һанап ҡарау өсөн илдең 15 ҡурсаулығы һәм милли паркы һайлап алынған.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн күрһәтмә эшләп сығарылған. Уның төп принцибы – “килтергәс – үҙең менән алып кит!”. Бында ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу һәм уларҙы эшкәртеү алгоритмдары инә, “ноль ҡалдыҡ” принцибы индерелә һәм халыҡтың экологик яуаплылығын формалаштырыу ҡарала.
“Беҙҙең илдә оҙаҡ йылдар ҡалдыҡтар проблемаһына тейешле иғтибар бирелмәне. Ниһайәт, “Экология” милли проектына ярашлы был хәл үҙгәрә, киләсәктә юғары кимәлдә алып барыласаҡ. Был йәһәттән яңы комплекстар булдырыу яңы эш урындары асыу мөмкинлеге, экологик сәнәғәтте үҫтереүгә этәргес бирәсәк”, – ти тармаҡ белгестәре.